Яйыҡ
+16 °С
Дождь
Новости
25 Февраля 2021, 11:00
Атаһы - кендек инәһе булған
Әле сабый тыуырға иртә тип йөрөгән көндө, 15 февралдә ҡапыл Айгөлдөң эсе ауырта башлай.
Өфөнән Айгөл Дәүләтова исемле ҡатын һөйөклө иренә, табиптар күҙаллауы буйынса, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бүләк итеп тап 23 февралдә малай табып бирергә тейеш була. Тик бәпес ата-әсәнән дә, табиптарҙан да һорап тормай бер аҙнаға алдараҡ тыуырға “ҡарар итә”.
Эйе, бындай осраҡтар һирәк күренеш түгел, ҡуйылған сроктар үҙгәреп тороусан. Әммә был тарихта шуныһы ҡыҙыҡ, буласаҡ әсә бала табыу йортона барып етә алмай, ире Салауат Дәүләтов үҙе улының “кендек инәһе” була.
Әле сабый тыуырға иртә тип йөрөгән көндө, 15 февралдә ҡапыл Айгөлдөң эсе ауырта башлай. Ҡатын ваннала эсен тотоп ултыра, ир кеше тулҡынлана-тулҡынлана “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Әммә табиптар килеп өлгөрмәй...
Әйткәндәй, экскаваторсы булып эшләгән Салауат Дәүләтов, аңлашылыуынса, медицинанан алыҫ торған кеше. Тик улын ҡабул итмәй булдыра алмай. “Иң нығы кендеген ҡырҡыуҙан ҡурҡтым. Табиптар өҫтән һәм аҫтан бәйләргә, уртанан ҡырҡырға ҡуштылар телефон аша. Ныҡ ҡурҡтым да, быны эшләнем”, – ти бәхетле атай.
Ҡурҡһа ла, барыһын да дөрөҫ эшләй ул. Килеп еткән табиптар Айгөлдө улы менән бергә алып китә. Уға Асҡар тип исем ҡушалар.
Бала тыуған саҡта өйҙә өлкән бала – ике йәшлек Ләйлә лә була. Ҡыҙсыҡ был хәлдә ҡурҡмай һәм ҡустыһы тыуғандан һуң шундай ҡарарға килә: ул табип буласаҡ!
Әле барыһы ла өйҙә, бөтәһе лә яҡшы. Атай кеше ғорурлыҡ менән улын ҡулынан төшөрмәй йөрөтә. Әлбиттә! Һәр кем уның кеүек сабыйының "кендек инәһе" була алмай бит!
Фото: bash.news
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ata-i---kendek-in-e-bul-an-690675/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"