Башҡортостан дәүләт флагы тарихы 1918 йылдың 20 август көнөнән башлана. Башҡорт хөкүмәте фарманы менән был көндә башҡорт милли флагы раҫлана. Башҡорт милли флагы төҙөлөшө буйынса 1918 йылға тиклем булған Рәсәй Дәүләт флагын ҡабатлай, төҫтәр айырмалығы менән үҙенсәлекле була. Башҡорт милли флагы зәңгәр, йәшел һәм аҡ төҫтәге өс буй һыҙаттан тора. Флагтың өҫкө һыҙаты күк төҫтә булып
башҡорттарҙың төрки халыҡтарға ҡарауын, урталағы йәшел төҫлө һыҙат — башҡорт халҡының
ислам дине ҡанундарына буйһоноуын, аҫтағы аҡ буй төҫлө һыҙат —
Башҡортостан халыҡтарының элек — электән тыныслыҡҡа, именлеккә һәм бәхеткә ынтылыуын аңлата.