Яйыҡ
+33 °С
Ясно
Новости
25 Февраля 2021, 11:40

Батшалар ләүәше

Яҡындарыбыҙҙы тәмле лә, файҙалы ла "Батшалар ләүәше" (Королевская ватрушка) исемле тәмлекәсте бешереп яҡындарыбыҙҙы ҡыуандырайыҡ әле.Ҡамыр өсөн:*1 ҡап маргарин йә ҡаты ҡаймаҡ (200-180 г тирәһе),*ярты стакан шәкәр,*балғалаҡ осонда сода кәрәк буласаҡ. Ошо ингридиенттарҙан ыумас ҡамыры кеүек итеп ыуабыҙ.

Ҡамыр өсөн:

*1 ҡап маргарин йә ҡаты ҡаймаҡ (200-180 г тирәһе),
*ярты стакан шәкәр,
*балғалаҡ осонда сода кәрәк буласаҡ. Ошо ингридиенттарҙан ыумас ҡамыры кеүек итеп ыуабыҙ.

Эслек өсөн:



*эремсек 400 г ,
*йомортҡа -5—6 дана,
*әҙерәк ванилин,
*ярты стакан шәкәр кәрәк буласаҡ.



Быларҙың барһын ҡушып, болғатып эслек әҙерләйбеҙ.



Табаға әҙер ҡамырҙың яртыһын һалабыҙ, өҫтөнә эслекте һәм ҡалған ҡамырҙы һибеп, 180 градус ҡыҙыулығында 35—40 минут бешерәбеҙ.
Читайте нас