Яйыҡ
+26 °С
Ясно
Новости
25 Февраля 2021, 11:20

Биш ҡунаҡ

Ә бына "биш ҡунаҡ" - ҡыштың иң һуңғы бураны, тәбиғәт күренеше, апрель айында була икән. Ҡышҡы бурандарҙың төрҙәре күп, мәҫәлән:1. Һепертмә бураны.2. Һалма бураны.3. Һырғаҡ бураны.4. Сүл бураны.5. Һөрөм бураны.6. Аҡман-тоҡман бураны.7. Мөхәмәҙи-бураны.8. Биш ҡунаҡ бураны.Әлегеһе ниндәй булды, кем белә?

Биш ҡунаҡ - ҡыштың иң һуңғы бураны, тәбиғәт күренеш, апрель айында була

Башҡорт халҡы борон-борондан йыл яҙ айынан башлана, тип иҫәпләгәндәр. Уны, йәғни март айын, буранай тип йөрөткәндәр. Исеменә ярашлы, ай буранлы булған, буғай.
Күренекле ғалим, биогеограф, Башҡортостан тәбиғәтен, ерлеген өйрәнеүсе Сергей Кириков үҙенең «Көньяҡ Урал һәм Башҡортостан буйлап» исемле китабында Урал тәбиғәтенең үҙенсәлектәренә лә туҡталып үтә. Ауыл ҡарттарынан ҡайһы бер тәбиғәт күренештәрен яҙып та ала. Мәҫәлән, ҡышҡы бурандарҙың төрҙәре хаҡында мәғлүмәт ҡыҙыҡлы:

1. Һепертмә бураны.
2. Һалма бураны.
3. Һырғаҡ бураны.
4. Сүл бураны.
5. Һөрөм бураны.
6. Аҡман-тоҡман бураны.
7. Мөхәмәҙи-бураны.
8. Биш ҡунаҡ бураны.



Бишҡунаҡ
Беренсе бүлектә аҡман-тоҡман менән бишҡунаҡ бурандарын бер рәткә ҡуйып яҙҙыҡ. Әммә, был үтә дөрөҫ түгел. Сөнки, улар икеһе ике төрлө тәбиғәт күренеше. Әйтеүебеҙсә, аҡман-тоҡман март айында үтһә, бишҡунаҡ апрелгә тура килә. Инде ҡар иреп бөтөп, йылы көндәр башланғас хасил булған һыуыҡты шулай атағандар. Уның ҡар, буран менән килеүе бар. Был күренеш Башҡортостан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Волгоград өлкәләренә, Ҡаҙағстан территорияларына хас.

Тәбиғәт күренешенең атамаһына бәйле легенда варианттары күп. Мәҫәлән, яҙ еткәс, ҡояш ҡыҙҙырып, үләндәр йәшәргәс, бер ырыуҙың биш ир-уҙаманы алыҫтағы ауылға үҙ туғандарын күрергә юлға сыға. Аяҙ күккә күтәрелеп, тирә-яҡта һабан турғайы һайрай, көн йылы, егеттәр кинәнеп ат өҫтөндә саба. Әммә, көтмәгән ерҙән һыуыҡ ел иҫә башлай, күк йөҙөн ҡара болоттар ҡаплай, буран ҡотора. Һыбайлыларға яланда йәшенергә урын булмай, ә улар яҙғыса, еңел кейенгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, улар юлда туңып һәләк булалар. Шул мәлдән алып, яҙҙың йылы көндәренән һуң килгән ҡаты һыуыҡты бишҡунаҡ тип атағандар.

Ҡаҙағстан ерендәге риүәйәттә иһә был буран биш көн дауам иткән тиелә (аҡман-тоҡмандың алты көнөнә оҡшаш). Һәр көн биш дуҫтың береһе үлә торған. Далалағы көслө төньяҡ-көнсығыштан иҫкән елде ҡаҙаҡтар «бес ҡонаҡ» тип атағандар.
Читайте нас