Яйыҡ
+16 °С
Ясно
Новости
25 Февраля 2021, 05:53

Храмов Алексей Васильевич

Алексей Васильевич Храмов (25 февраль 1909 йыл — 14 ноябрь 1978 йыл) — совет рәссамы, БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1974). Храмов Алексей Васильевич[1] 1909 йылдың 25 февралендә Бәләбәй ҡалаһында тыуа.Рәссамдың әсәһе яғынан олатаһы[2] — икенсе гильдия Өфө сауҙагәре Михаил Андреевич Степанов-Зорин (1845—1921). 1909 йылда ҡарт олатаһы Өфөлә Вознесение Господня ҡорамын төҙөй башлай. Аҡсаны Өфө сауҙагәрҙәренән йыя. Был төҙөлөшкә император Николай II лә хәйриә аҡсаһы күсерә. 1919 йылда Вознесение сиркәүе төҙөлә, һуңынан властар уны емереп, был урынға мәктәп һала. Михаил Андреевичтың ҡыҙы — Степанова Прасковья. Кейәүе, Бәләбәй сауҙагәре Василий Храмовты атып үлтерәләр. Алексей Васильевич Храмов һәм уның өс туғаны етем ҡала, уларҙы әсәләре тәрбиәләп үҫтерә.1930 йылда Алексей Васильевич Өфө сәнғәт техникумының һынлы сәнғәт бүлеген Л. В. Лезенков һәм Н. В. Самарин класы буйынса тамамлай. Алексей Васильевичты, сауҙагәрҙәр сығышлы булараҡ, сәнғәт академияһына уҡырға алмайҙар, картиналарын һатырға рөхсәт итмәйҙәр. Ул айҙар буйы аҡсаһыҙ йәшәргә мәжбүр була. Күбеһенсә Өфөлә, ҡатынының ябай уҡытыусы аҡсаһына йәшәйҙәр.Революцион Рәсәйҙең рәссамдар ассоциацияһының йәштәр секцияһын (1928), «Баш-рәссам» кооператив ширҡәтен (1932), Рәссамдар Союзының Башҡортостан бүлексәһен (1937) ойоштороуҙа ҡатнаша. Башҡортостан Рәссамдары союзы идараһы ағзаһы итеп һайлана (1937—1955), Башҡортостан һынлы сәнғәт оҫтаханалары ҡарамағындағы художество советы ағзаһы (1932—1956).Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, биш йыл алғы һыҙыҡта була, ҡамауға эләгә, Ленинградты обороналауҙа, Днепрҙы аша сығыуҙа, Кенигсбергты штурмлауҙа ҡатнаша. Өйөнә Японияны еңгәндән һуң ғына әйләнеп ҡайта һәм ҡабат рәсем төшөрөү менән шөғөлләнә башлай.1937 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. 1974 йылдан БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы. Ике улы була. 1978 йылдың 11 ноябрендә Өфөлә вафат була.А. В. Храмовтың улы, Петр Алексеевич Храмович[3] (1939—1995), билдәле рәссам-монументалист һәм яҙыусы була[2]. Ул — «Инок» роман-хәтирәләр авторы (беренсе тапҡыр (беренсе өлөшө) «Крещатик» журналында баҫыла (№ 23-24 −2004 йыл), тулыһынса — журнала «Бельские просторы» журналында (2008, № 9-10 һәм 2009, № 10-11). Баҫма Романы айырым китап итеп нәшер ителә (Өфө, «Китап», 2012 йыл, 1500 дана тираж).Петр Алексеевич Храмовтың мозаикалары, биҙәктәре һәм рельефтары УЗЭМИК Мәҙәниәт һарайы, нефть университетының төҙөлөш факультеты, Өфө тимер юл вокзалы, Салауат, Благовещенск, Мәләүез райондары мәҙәниәт һарайҙары, балалар баҡсалары, институттарҙың стеналарын биҙәй.НаградаларыҠыҙыл Йондоҙ ордены (1943)миҙалдар, шул иҫәптән:«Сталинградты обороналаған өсөн» (1943)«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1946)«Японияны еңгән өсөн» (1946)«Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» (1970)«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 30 йыл» (1975)БАСС Юғары Советы Президиумының почет грамотаһы, 1969.Башҡорт Википедияһынан алынды.

Алексей Васильевич Храмов (25 февраль 1909 йыл14 ноябрь 1978 йыл) — совет рәссамы, БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1974).

Храмов Алексей Васильевич[1] 1909 йылдың 25 февралендә Бәләбәй ҡалаһында тыуа.
Рәссамдың әсәһе яғынан олатаһы[2] — икенсе гильдия Өфө сауҙагәре Михаил Андреевич Степанов-Зорин (1845—1921). 1909 йылда ҡарт олатаһы Өфөлә Вознесение Господня ҡорамын төҙөй башлай. Аҡсаны Өфө сауҙагәрҙәренән йыя. Был төҙөлөшкә император Николай II лә хәйриә аҡсаһы күсерә. 1919 йылда Вознесение сиркәүе төҙөлә, һуңынан властар уны емереп, был урынға мәктәп һала. Михаил Андреевичтың ҡыҙы — Степанова Прасковья. Кейәүе, Бәләбәй сауҙагәре Василий Храмовты атып үлтерәләр. Алексей Васильевич Храмов һәм уның өс туғаны етем ҡала, уларҙы әсәләре тәрбиәләп үҫтерә.
1930 йылда Алексей Васильевич Өфө сәнғәт техникумының һынлы сәнғәт бүлеген Л. В. Лезенков һәм Н. В. Самарин класы буйынса тамамлай. Алексей Васильевичты, сауҙагәрҙәр сығышлы булараҡ, сәнғәт академияһына уҡырға алмайҙар, картиналарын һатырға рөхсәт итмәйҙәр. Ул айҙар буйы аҡсаһыҙ йәшәргә мәжбүр була. Күбеһенсә Өфөлә, ҡатынының ябай уҡытыусы аҡсаһына йәшәйҙәр.
Революцион Рәсәйҙең рәссамдар ассоциацияһының йәштәр секцияһын (1928), «Баш-рәссам» кооператив ширҡәтен (1932), Рәссамдар Союзының Башҡортостан бүлексәһен (1937) ойоштороуҙа ҡатнаша. Башҡортостан Рәссамдары союзы идараһы ағзаһы итеп һайлана (1937—1955), Башҡортостан һынлы сәнғәт оҫтаханалары ҡарамағындағы художество советы ағзаһы (1932—1956).
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, биш йыл алғы һыҙыҡта була, ҡамауға эләгә, Ленинградты обороналауҙа, Днепрҙы аша сығыуҙа, Кенигсбергты штурмлауҙа ҡатнаша. Өйөнә Японияны еңгәндән һуң ғына әйләнеп ҡайта һәм ҡабат рәсем төшөрөү менән шөғөлләнә башлай.
1937 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. 1974 йылдан БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы. Ике улы була. 1978 йылдың 11 ноябрендә Өфөлә вафат була.
А. В. Храмовтың улы, Петр Алексеевич Храмович[3] (1939—1995), билдәле рәссам-монументалист һәм яҙыусы була[2]. Ул — «Инок» роман-хәтирәләр авторы (беренсе тапҡыр (беренсе өлөшө) «Крещатик» журналында баҫыла (№ 23-24 −2004 йыл), тулыһынса — журнала «Бельские просторы» журналында (2008, № 9-10 һәм 2009, № 10-11). Баҫма Романы айырым китап итеп нәшер ителә (Өфө, «Китап», 2012 йыл, 1500 дана тираж).
Петр Алексеевич Храмовтың мозаикалары, биҙәктәре һәм рельефтары УЗЭМИК Мәҙәниәт һарайы, нефть университетының төҙөлөш факультеты, Өфө тимер юл вокзалы, Салауат, Благовещенск, Мәләүез райондары мәҙәниәт һарайҙары, балалар баҡсалары, институттарҙың стеналарын биҙәй.

Наградалары

  • миҙалдар, шул иҫәптән:
    • «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» (1970)
    • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 30 йыл» (1975)
    • БАСС Юғары Советы Президиумының почет грамотаһы, 1969.
    • Башҡорт Википедияһынан алынды.
    • Читайте нас