Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
25 Февраля 2021, 05:29

Иҫке фотография тарихы

“Өс быуын бергә”.

“Өс быуын бергә”.
Был фотола - үткән быуаттың 50-се йылдар башы. Урал ауылы айырым колхоз булыуҙан туҡтап, “Коммунар”ҙың бригадаһына әйләнгән ваҡыт. Бер түгел, өс быуын Ватан һаҡлаусылары яҙғы сәсеүҙе тамамлауҙы сағылдырған фотография был. Тыныс тормошҡа шатланып, ал-ял белмәй кинәнеп эшләгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары – Асҡар Сатлыҡов (тәүге рәттә һулдан беренсе), Закир Ғәббәсов (уңдан өсөнсө), ә иң алда Әхәт Ширғәлин ултыра, әйткәндәй, “Курск” субмаринаһында һәләк булған Ришат Зөбәйҙуллиндың олатаһы. Фуражка кейгән егет (һулдан өсөнсө) - яңы ғына Германияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан Камил Ширғәлин. Алғы рәттә торған башҡа кешеләр – тыл ветерандары Әбүзәр Солтанов (һулдан икенсе), Рәшит Әхмәтйәнов ( уңдан икенсе), Ханнан Ҡунафин (уңдан беренсе). Барыһы ла һуңынан тырыш хеҙмәт менән дан ҡаҙаналар, абруй яуланылар. Ә артҡы планда – сабый саҡтан ауыр эшкә егелгән һуғыш дәүере балалары.
Читайте нас