Ҡамырға 300 грамм он, 1 стакан йылы һыу, 1,5 балғалаҡ шәкәр, 0,5 балғалаҡ тоҙ, 1,5 балғалаҡ ҡоро сүпрә, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы кәрәк. Эслек өсөн 500 грамм үткәрелгән ит (йә тауыҡ ите), 3 картуф, 2 помидор, 200 грамм сыр, 3 ҡалаҡ томат соусы, 3 ҡалаҡ майонез, йәшел тәмләткес үләндәр алабыҙ.
Барлыҡ ингредиенттарҙан ҡамыр баҫып, ярты сәғәт самаһы ҡабартып алабыҙ. Шунан уны йәйәбеҙ ҙә табаға һалабыҙ.
Эслеген ошолай әҙерләйбеҙ. Томат соусы һылайбыҙ. Картуфты ваҡ киҫәктәргә турап, ҡурып алабыҙ ҙа эслеккә һалабыҙ. Артабан – үткәрелгән ит ҡатламы, уға майонез яғабыҙ. Йәшел тәмләткес үләндәр, помидор менән биҙәйбеҙ. Өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ.
Пиццаны 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 20 минут бешереп алабыҙ.