Наркобарон
Юмореска
Ғиндулланы Хөршиҙәнең ҡеүәтле сәмәйе Ҡара Йәләй тыҡрығындағы кесерт D
кән араһына йығып һалғайны. Йәй уртаһы булһа ла, кистән йылы ямғыр ҡойоп
үткән ерҙә таң әтәстәре уятҡансы йоҡо һимертеп, бөйөрҙәренә һыуыҡ тейҙерҙе.
Ҡала дауаханаһына һалып, аҙнаDун көн укол ҡаҙап «бештеләр» үҙен: беләк тә D
рен дә тишер урын ҡалмағас, арт шәрифтәрен иләккә әйләндерҙеләр. Ты рыш D
лыҡтары бушҡа китмәне – Ғиндулла, яңы тыуған бәрәс шикелле, кәкрәйәDтурая
аяҡҡа баҫты. «Башҡаса бер ваҡытта ла шайтан һыуын ауыҙыма аласағым юҡ!»
– тип Хоҙайға бағып та, ауырыуҙарға ҡарап та ант итте.
Ниһайәт, шәбәйеп, бөгөн дауахана ҡапҡаһынан сыҡты. Донъя иҫ киткес ма D
тур. Ағастарға ҡунып ҡоштар һайрай. Йәйге йоҡа кейемгә төрөнгән кешеләр
тыз да быз арыDбире үтә. Йомшаҡ йылы ел, йәш ҡыҙҙарҙың үтә күренмәле күл D
дәк итәктәрен әҙ генә өҫкәрәк сөйөп, шәрә боттарын асып ебәрә...
Күҙҙәр шәрә боттарҙан ҡаршылағы араҡыDвино магазинына күсте. ИрDат хал ҡы
әленәнDәле шалтыр ҙа шолтор «күңел күтәргес» йөкмәп сыға. Ғиндулланың да
ҡулдары, үҙенең ихтыярынан тыш, кеҫә төптәрен ҡырыштырырға тотондо һәм,
дарыуҙан ҡалған аҡсаларҙы иҫәпләр өсөн, күҙҙәр ҡаршыһына усҡа йәйеп һал ды.
«Терелеү һөйөнөсөн йыуырға кәрәк!» – тине баш, антты боҙоп. «Ярай, ри за D
быҙ», – тине аяҡтар, һәм хужа магазин эсенә атланы. Ул арала ауыҙ бер тын
алыу ҙа «сәкүшкә»не ҡорһаҡ тигән көршәккә ҡойоп та ҡуйҙы. Күңелдәр кү тә ре D
леп китте. Закускаға осһоҙ «Прима» төтөнөн һурып туйғас, егет ауылға илтеүсе
туҡ талышҡа табан юлланды. Сәйер генә ғәҙәте бар Ғиндулланың: эсендә әҙDмәҙ
«шайтан ҡаны» йүгерә башланымы, күкрәк киреп йырлағыһы килә. Әле лә ул,
тәүҙә ауыҙ эсенән генә моңланып, тораDбара тауышын көсәйтә биреп:
– Эх, гармун да булһа икән эргәмдә, һыуҙа ҡағыныусы ҡаҙ ҡанаттарылай бар D
маҡ тарым көмөш телдәрҙе бейетер ине, – тип хистәргә бирелде.
Сатира һәм юмор
Камил Фазлый (Камил Нәзми улы Фазлетдинов –1949) Бәләбәй районы Тоҙлоҡуш
ауылында йәшәй. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ҡала һәм район
хакимиәтенең Фәтих Кәрим исемендәге премияһы лауреаты.
Эйе, моң тигән күңел ҡылдарын тибрәтеүсе һәләтте ҡыҙғанмаған Хоҙай Тә ғә D
лә Ғиндулланан, киреһенсә, өйөп биргән. Ауылда ғына түгел, ҡала һәм район
күләмендә уҙғарылған үҙешмәкәр таланттар бәйгеләрендә ҡатнашып, һәр саҡ
призлы урындарға лайыҡ була. Тартмаһы менән сервиз да биреп ҡайтаралар,
Маҡтау ҡағыҙҙарының да иң кәттәһен тотторалар.
Шул ваҡыт үҙен, ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәктәр шикелле, әллә
ҡай ҙан килеп йыйылған ҡала шпанаһы уратып алды. Тәүҙә шырпы һоранылар.
Уның артынса бишDалты тәмәкенән елдәр иҫте. Инде араҡы таптыралар, ет мә D
һә, баштары егеттең ҡултыҡ аҫтына етерDетмәҫ көйөнсә, мөйөшкә ҡыҫып, төрт D
кө ләп алалар.
– Ә пинжәге нисауа бының, бер ҡап махраға һатырға була! – Ике жиган
еңенән тартҡайны, Ғиндулла пинжәк эсенән кейелгән бер ҡат еңһеҙ күлдәктән
торҙо ла ҡалды. Пинжәк һыйыр күргән үгеҙ күҙеләй һыңар төймәһен ялтыратып
ҡулданDҡулға күсеп йөрөгән арала, бер жиган тел шартлатып, һыҙғырып уҡ
ебәрҙе:
– Ә ул – ҡойоп ҡуйған наркоман. Әле лә, күрәһегеҙ, под кайфом. Ана, беләк D
тә ренә күҙ һалығыҙ әле!
– Мин наркоман ғына түгел, наркобарон! – тип төҙәтте Ғиндулла, шпа на лар D
ҙан ҡотолоу форсаты тыуғанға һөйөнөп. – Йәле, килтер пинжәкте!
Тегеләр пинжәкте йомарлап, егеттең битенә аттылар ҙа урам буйлап сап D
тылар. Урам буйында һерәйеп торған милиционер эргәһенә туҡтап:
– Эй, мент, ана унда наркобарон баҫып тора, кайф ловит, йылы килеш тиҙерәк
тота күр үҙен! – тигән һүҙҙәр менән Ғиндуллаға төртөп күрһәттеләр. Ми ли ци о D
нер, наркобарондың үҙен тотоп бирһә, кәм тигәндә миҙал эләктерәсәген күҙ ал D
лап, «енәйәтсе» улайDбылай ҡасып китмәһен өсөн, йәһәт кенә кобураһынан пис D
толетын сығарып, ҡысҡыраDҡысҡыра Ғиндуллаға табан йүгерҙе:
– Туҡта, бандит! Ҡуҙғалаһы булма, юҡһа атам!
Йылан шикелле ҡара көбәк күргәс, Ғиндулла ҡойолоп төштө, ауыҙ асып ҡар D
шы һүҙ әйтергә теле тотлоҡто. Хәйер, тәртип һаҡсыһының тыңлап торорға те D
ләге лә юҡ ине – ҡулдарына бығау кейҙереп, тейешле ергә алып та китте. Ә ун D
да ғылар нисек эш итергә белә: пинжәген һалдыртып, ике беләгенә күҙ тө D
шөргәс, алдарында кем баҫып торғанлығын тиҙ аңланылар.
– Тимәк, үҙең наркоман, етмәһә, наркобарон, – тип һүҙ башланы нар ко кон D
троль вәкиле. – Мәк һатаһыңмы, әллә киндер үҫтерәһеңме?
– Дауаханала яттым... – «Наркобарон»дың ҡурҡыуҙан ҡалтырап сыҡҡан та D
уышы, тәмәке төтөнө шикелле, һауала эленеп ҡалды.
– Ялған күрһәтмә биргән өсөн иректән мәхрүм итеү статьяһы ҡаралған. Дө D
рөҫөн генә һөйлә! – Һорау алыусы хәнйәрҙәй үткер ҡарашын егеткә батырҙы. –
Өйөңә барып мәк, киндер кеүек хикмәттәрҙе тапһаҡ, ялғаның фаш ителер, йә?!
Сәскәләр үҫтерергә ярата бит әсәһе, суҡынмыш. ТүтәлDтүтәл итеп нин дәй D
ҙәрен генә сәсмәй! Йәшереп булмай.
– Мәкте матурлыҡ өсөн өй ҡаршыһында түтәлдә үҫтерәбеҙ, ә бына киндер ор D
лоғон сәскәнебеҙ юҡ, сөнки бөтә ауылыбыҙ менән киндер эсендә ултырабыҙ.
Баҡ са башынан алып сүплеккә тиклем тирәDйүнде ғәләмәт ныҡ баҫты, ҡәһәрең,
– тип зарланды апаруҡ шөрләгән егет.
– Йыш ҡулланаһыңмы?
– Нимәне?
– Әйтәйек, киндерҙе.
– Хоҙай биргән емеш тә инде, көн һайын тиерлек.
Камил Фазлый 179
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, наркоконтроль вәкиленең ҡолаҡтары үрә торҙо:
– Йәле һөйләп бир, нисек?
– Нисек тип ни... әсәй менән кистәрен эс бошҡанда киндер орлоғон эҫе табала
ҡыҙҙырып ашайбыҙ.
– Кешеләргә лә һатып бирәһегеҙме?
– Ни эшләп һата, ти! Бушлай! Кистәрен ҡапҡа төбөндә көтөү ҡаршылағанда
күр ше әбейDһәбейҙәргә услап өләшеп сығабыҙ. Улар менән бергәләшеп эс кә м D
йәгә ултырып йә көнбағыш ярабыҙ, йә киндер сәйнәйбеҙ...
Шул саҡ Ғиндулланың уң ҡулы пинжәгенең аҫҡы кеҫәһендә берDике ус самаһы
кин дер орлоғо ятҡанлығын хәбәр итте. «Ҡыҙғанма, бир мәк менән киндер бат D
ша һына. Ике ус орлоҡ биргәндән ярлыланмаҫһың, ашаһын! – тип бойорҙо ба D
шы, – юҡһа, ебәрә белмәҫ!»
– Бына, ауыҙ итегеҙ, һәйбәт итеп ҡыҙҙырылған, етмәһә, өйҙә тағы ла бар.–
«Наркобарон» һорау алыусыларға «күстәнәс» һуҙҙы.
– Рәхмәт, – наркоконтроль вәкиле, усына киндер орлоғон алып, иптәштәренә
күҙ ҡыҫты. – Тик бушҡа алмайым, аҡса түләп. Юҡһа, минең үҙемде лә ришүәт
алыуҙа ғәйепләйәсәктәр. – Ошо һүҙҙәр менән ул Ғиндуллаға тамғалы аҡсалар
һуҙҙы.
– Ярай, улай булғас, юҡты бушҡа бушатҡансы, бирегеҙ, – Ғиндулла шығырҙап
торған иллелекте кеҫәһенә һалып та ҡуйҙы. – Бер шешә сәмәй килә быға!
Шуны ғына көтөп торған наркоконтроль вәкилдәре наркотик һатышҡанда
там ғалы аҡса менән «тотолған» егеттең ҡулдарына тимер бығау кейҙерҙеләр.
...Суд ултырышы ҡыҫҡа булды. «Үҙендә наркотик матдәләр етештергәне һәм
халыҡҡа таратҡаны өсөн гражданин Мөшкөлбаев Ғиндулла Хикмәтулла улын
дүрт йылға иркенән мәхрүм итергә!» тигән уҫал ҡарар сығарылды. Шулай итеп,
ай күрҙе – ҡояш алды: дауахана түшәгенән Ғиндулла тура ҡаты режимлы холоҡ
төҙәтеү колонияһына килеп ҡапты.
Ҡоймалары сәнскеле, барак тәҙрәләре рәшәткәле булһа ла, бындағы тот ҡон D
дар егетте тәүге көндәрҙә нисектер йылы ҡабул итте. Ауыҙынан сыҡмаһа ла,
ҡай ҙан белеп ҡалғандар тиген, «наркобарон» тип ҙурлап, дәрәжәләп өндәшәләр,
хат та үҙҙәре ҡуйыһын һемереп туйғас, эсенән Мәскәү күренмәле ҡалдыҡDбоҫтоҡ
сәй ҙәрен дә уртаҡлашалар, күҙҙәре менән унан ниҙер өмөт итәләр. Өмөттәре аҡ D
лан мағас, тораDбара дәрәжәле исем мыҫҡыллы ҡушаматҡа әүерелде.
– Эй, наркобарон, итектәремде таҙартып, майлап ҡуй! – тип бойора “Бри га D
дир” атлы әзмәүер.
– Мин йоҡлаған арала күлдәгемә төймәләр тағылған булһын! – Бы ны һын
“Кувалда” ҡолаҡҡа киртә.
ДәDә... Ете йортҡа бер энә, тигәндәй, ашау яғы ла кәзә йыуатырлыҡ: кәбеҫтә
һыуы менән әлеге лә баяғы нужа бабай таяғы – шәкәрһеҙ сәй. Ә иң яфалатҡаны
– тәмәке булмауы, «Прима» һағындыра. Йәнә лә тоҙло балығы, салоһы менән
бер гә «йәннәт һыуы» ла көнөнә туҡһан туғыҙ мәртәбә иҫкә төшөп кенә тора.
Аҡсаң булһа, төрмә магазинында кәрәкDяраҡ етерлек тә ул, тик бына пен D
сионер әсәй ҡарсыҡтан нимә һорайһың... Ошо эскелек арҡаһында ҡатыны ла,
һы ңар баланы етем яһап, айырылып, үҙе менән алып киткәйне. Өфөлә ике туған
бай ағай барDбарлыҡҡа, әллә хат яҙып ҡарайһы инде үҙенә... Ярҙам ҡулы һуҙһын
ауыр минутта. Шартына килтереп ярты бит самаһы сәләм өлөшөн яҙып, Ғин дул D
ла төп темаға күсте: майы иреп һөйәге ҡалған бисара яҙмышы хаҡында зар D
ланды, толоп еңе саҡлы боғаҙын туйҙырыу мәсьәләһен күтәрҙе, һуңғыһы иң мө D
һиме икән – хаттың теүәл өс бит өлөшөнә һыйҙы: «Ағай! – тип яҙҙы ул. – Эсемдә
180 Сатира һәм юмор
сүл бүреләре олой. Ҡорһаҡ сәсрәп тороп аҙыҡ таптыра. Һин кисекмәҫтән бер
егер ме кило ауырлығында посылка, ике кило самаһы бандероль һалып ебәр
инде. Шунан артығына рөхсәт бирмәйҙәр. Юлың был яҡтарға төшкәндә минең
ко лонияға һуғылып кит. Һиңә һәм еңгәгә таҙалыҡDһаулыҡ теләп, бик ышанып
кө төп ҡалыусы, һеҙҙең юлдан яҙған «наркобарон»ығыҙ Ғиндулла».
Яҙыуын яҙҙы ла бит, һин тигәндә – мин иҙәндә, тип әҙер тормайҙар икән ул,
ҡо саҡ йәйеп. Юҡты бушҡа ауҙарыу булды. Ағайҙы ла, бер ҡараһаң, дөрөҫ
аңларға кәрәк. Башына тай типмәгән. Байлыҡты хатта бармаҡ араһынан да
һығып сығармаған өсөн бай ул. Посылка ебәреү түгел, хат та яҙманы, ҡарун.
Көн һайын тотҡондар үтәргә тейешле бурыстарҙы ятлатып, «Алла һантыйы
кү реп», әле эшкә, әле ашханаға, әле мунсаға илағың килгәндә лә сафҡа теҙеп,
йыр латып ҡына алып баралар. Көн артынан айҙар, уларға эйәреп йылдар үтә
тор ғас, ирек һулышын тойор ваҡыттар ҙа яҡынлашып килә, юғиһә. «Әгәр ҙә
мәгәр был монахтар ояһынан иҫәнDимен ҡотолһаммы, юлымда үҫеп ултырған
һәр бер киндерҙең тамырына кәрәсин һибеп ҡоротасаҡмын»,– тип нисәмә тап D
ҡыр ҙар тәүбәгә килде егет.
Бер көндө колония нәсәлниге, утҡа баҫҡан бесәй шикелле, арлыDбирле йүгерә
башланы. Тимәк, ниҙер көтәһе ҡала. Ысынлап та, күп тә үтмәне, тотҡондарҙы
сафҡа теҙҙеләр:
– Йырсылар, бейеүселәр, музыка ҡоралдарында уйнай белеүселәр, ғөмүмән,
ар тистар бармы арағыҙҙа? Булһа, ике аҙым алға атлағыҙ! – тип бойорҙо нәсәл D
ник. Күп тә үтмәне, төркөмдән тиҫтәләгән тотҡон ышанысһыҙ аҙымдар менән
алға сыҡты. «Ни булһа ла булыр, йөн тибеп йөрөгәнсе, сығайым әле», – тип
Ғиндулла ла бәхет ҡошон һынап ҡарарға булды.
– Колониялар араһында үҙешмәкәр артистарҙың йырDбейеү бәйгеһе үткәрелә.
Ҡа ланың үҙәк мәҙәниәт һарайында сығыш яһаясаҡбыҙ. Еңергә кәрәк! – Нә сәл D
ник һуңғы һүҙгә айырыуса баҫым яһаны. – Һынатмағыҙ! Еңеп ҡайтһағыҙ, аҙ на
буйы байҙарҙың төшөнә лә инмәгән тәмле, тел йотмалы аштар ашатасаҡмын.
Се лед каһы ла, «наркомовский» ҙа булыр. Хатта, суҡынып әйтәм, еңеүсене икеD
өс айға алдан иреккә сығарасаҡмын, килештекме?!
Бындай йылы вәғәҙәне ишеткән «артистар» ең һыҙғанып, йәғни көндө төнгә,
төндө көнгә ялғап репетиция эшенә керештеләр. Осраҡлы килеп эләккәндәре
бе ренсе иләктән иләнгәндә үк ҡойолоп төшөп ҡалды. Ниһайәт, сабыр ҡа ҙаны
шартлар хәлгә еткәндә, тотҡондар алдында оло сәхнә пәрҙәләре асылды. Һы D
натманылар егеттәр. Ғиндулланың «Һағындыра йылы ҡосағың» йырын аяҡ өҫ тө
баҫып алҡышланылар, ә ул гармунда бейеү көйҙәрен һыҙҙырып уйнай баш лағас,
тамашасылар баҫҡан урындарында тыпырҙап бейергә төштө. Шулай итеп,
колония йырDбейеүҙә беренселекте яуланы, Маҡтау ҡағыҙына һәм махсус
грантҡа лайыҡ булды. Шатлығынан ҡыйыш тейәгән нәсәлник аҙнаDун көн
самаһы иҫенә килә алманы, ошо сәбәпле үҙен йорто менән төрмә араһында
күтәреп кенә йөрөттөләр.
Хәтере тишек иләк икән түрәнең.
– Ҡайҙа беҙгә тигән байҙар ашы? – тип һораны «артистар» сираттағы барлау
ваҡытында.
– Һеҙ бында байҙар ашы ашар өсөн килтерелмәгән, ә аҡылға ултыртыр өсөн
ул тыртылған! – тип ҡырт киҫте бахмурҙан кәйефһеҙ йөрөгән нәсәлник.
Тормош элеккесә дауам итте. Көн һайын мең тапалған бетон өҫтөнән шап та
шоп саф строй менән үтеү, тамаҡ йыртып йыр йырлау. Торғаны бер һарыҡ
Камил Фазлый 181
көтөүе. Бе рең бәэлдәүгә башҡаларың хор менән күтәреп ала. Ә эш хаҡы күркә
көлөрлөк – ҡырҡDалтмыш һум тирәһе генә.
Ниһайәт, Ғиндулланың дүрт күҙ менән зарығып көткән иреккә сығыр көнө
ки леп етте. Бына ул теле менән тирмән тартыусы нәсәлник ҡаршыһында: таш D
тан йүкә һуйыусы хәйләкәр төрмә ҡомағына баш эйеп баҫып тора. Ә тегенең бө D
гөн ауыҙы йырыҡ:
– Йә, Мөшкөлбаев, срогың тулды. Мин һине бөгөндән ошо матур һарайҙан
осорорға тейешмен.
– Рәхмәт, гражданин нәсәлник.
– Рәхмәтеңде кеҫәңә һалып ҡуй. Әле бер эш килеп сыҡты: һинең атҡаҙанған
ар тистDнаркобарон икәнеңде яҡшы беләбеҙ. Тиҙҙән колониялар араһында йырD
бе йеүҙә өлкәDара смотрDбәйге була. Ҡатнашыуың мәжбүри. Нисек тә берDике аҙ D
наға түҙ инде, унан дүрт яғың ҡибла. – Нәсәлник, күҙҙәрендә шайтан бейетеп,
һү ҙен дауам итте: – Ҡара әле, наркобарон, бәлкем, ғөмүмән, беҙҙә генә тороп
ҡа лырһың, ә? Айырым бүлмә... бүлмә тип, камера бирербеҙ үҙеңә, бик теләһәң
– карцер, яҡшы аша тыу...
Көтөлмәгән ҡот осҡос яңылыҡтан Ғиндулланың күҙ алдары ҡараңғыланды,
асыу ҙан йөрәге дарҫлап тибергә тотондо. Бына бит ул ниндәй: бысаҡһыҙ һуйҙы
ла ҡуйҙы. Асыуы, Везувий вулканы кеүек, ҡотороп тышҡа ашты:
– Һин, сүплек башындағы дегәнәк! Хәҙер үк сығар һаҫыҡ камераңдан! Юҡһа...
– Йыуаш наркобарон беренсе тапҡыр йоҙроҡ төйнәп, уҫал ҡарашын нә сәлниккә
төбәне.
– Ҡара һин уны, эт һимерһә, эйәһен тешләй, тигәндәре ошо икән. Ишет те геҙ D
ме, ул мине яман исем менән атаны. Икенсенән, «юҡһа» ни эшләрһең? – Нә сәл D
ник мыҫҡыллы тауыш менән хахылдап көлөп ебәрҙе. – Юғарыға яҙыр инең, ши D
кә йәтең минең ҡул аша үтә. Миңә ҡул күтәрер инең, һин, бет ләгән, үҙ
шәүләңдән үҙең ҡурҡаһың, мәймүн!
Асыуҙан аҫҡы ирендәре дерелдәүгә күскән тотҡон нәсәлниктең әпәй шүр D
легенә нисек үрелгәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Ләкин һуң ине инде. Бәреп кенә
үлтермәһә ярай ҙа надзирателдәр батшаһы. Ана бит, беләктәре ниндәй йыуан –
ав токран шикелле.
Үҙенән баш ярым юғарыла урынлашҡан әпәй шүрлегенә наркобарон йоҙ роғо
менеп етә алмаһа ла, нәсәлник уны еткәнгә һанап ҡабул итте:
– Күрҙегеҙме, тотҡон Мөшкөлбаев хеҙмәт бурысымды үтәгәндә миңә ҡул кү D
тәр ҙе. Бөтәгеҙ ҙә шаһит булырһығыҙ!
Ғиндулланы һаҡ аҫтында бүлмәгә алып ингән надзирателдәр «Есть!» тип
честь бирҙе. Ә нәсәлниктең ауыҙы ҡолаҡта:
– Ах, ниндәй һөйөнсө! Ах, ниндәй бәхет! Хоҙай үҙе ебәргәндер беҙгә был
былбылды! Уның сәпсек күкәйеләй йоҙроғо кәм тигәндә яңынан дүрт йыл срок D
ка тартасаҡ! Тимәк, алда дүрт йыл буйы барасаҡ смотрDбәйгеләрҙә еңеү тағы
беҙ ҙеке! – Шатлығынан ни ҡылырға белмәгән нәсәлник таштай ҡатып ҡалған
нар кобаронды ҡосоп, өҫкә сөйҙө. – Ҡаптырҙыҡ бит тутыйғошто тоҙаҡҡа! – Ул
ал дан ҡорған хәйләһен дә йәшереп торманы. – Видеотаҫма бөтәһен дә күрһәтә,
– тип кенә ебәрҙе.
Нәсәлник бүлмәһендә әтәсләнергә ирек ҡуйған һаҡсылар егетте ҡабат ка ме D
раға илтеп япты...