25 февраль көнө Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикалағы автомобиль юлдарына бәйле хәл буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.
Социаль коммуникациялар буйынса Башҡортостан башлығы идаралығы начальнигы Елена Прочаковская хәбәр итеүенсә, һуңғы ваҡытта халыҡттан юлдар темаһына бәйле мөрәжәғәттәр артҡан. Был, әлбиттә, һауа торошоноң насарайыуы, юл хеҙмәттәренең һәм муниципалитеттарҙың юлдарҙы таҙартып өлгөрмәүенә бәйле.
- 8-25 февралдә «Инцидент менеджмент» системаһында ҡар таҙартыуға һәм юл буйҙары яҡтыртылмауға бәйле 406 мөрәжәғәт теркәлгән. Юлдағылар башлыса буранға эләгеп ярҙам һораған. Айырым төр дәғүәләр тротуарҙар юҡлыҡҡа бәйле. Йәйәүлеләр машина юлына сығырға мәжбүр булыуҙары һәләкәткә килтерә лә инде, - тине Елена Прочаковская.
Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев һөйләүенсә, 23-24 февралдә көслө ел һәм буран арҡаһында республикала 11 юл-транспорт һәләкәте теркәлгән, уларҙа 19 кеше зыян күргән. Юлдарҙа ҡамауҙа ҡалған кешеләрҙән ҡотҡарыусылар 1043 мөрәжәғәт алған. 41 граждан эвакуацияланған, улар араһында өс бала ла бар.
Йыл башынан республика юлдарында 410 юл-транспорт һәләкәте теркәлгән. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 28 процентҡа кәмерәк.
Кәңәшмә барышында Радий Фәрит улы юлдарҙағы хәлдәрҙе оператив рәүештә хәл итергә ҡушты.
Кәңәшмә барышында 23 февралдә Ауырғазы районында Өфө-Ырымбур трассаһында булған аварияға айырым туҡталдылар. Билдәле булыуынса, был һәләкәттә 20 машина бәрелешә, 10 кеше зыян күрә, шул иҫәптән ике бала. Тикшереү һөҙөмтәләре был участкала фото һәм видеофиксация комплексының булмауы хаҡында белдерҙе, сөнки был юл федераль ҡарамаҡтағы автомобиль юлдарына инә икән.
Радий Хәбиров был мәсьәлә буйынса ризаһыҙлығын белдерҙе. Федераль трассаларға ла фото-видеофиксация комплекстарын урынлаштырыу бурысын йөкмәтте.
- 2021 йылдың 1 сентябренә тиклем федераль трассаларға кәмендә 100 камера ҡуйылырға тейеш, - тине башлыҡ.
“Башкиравтодор” йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Юланов кәңәшмәлә юлдарҙы таҙартыу мәсьәләләренә туҡталды. Радий Хәбиров юл хеҙмәттәренең халыҡ мөрәжәғәтенә ваҡытында тәьҫир итмәүенә дәғүә ҡуйҙы.
- Юлдарҙы ваҡытында таҙартығыҙ. Был һеҙҙең төп бурысығыҙ, - тине ул.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин санитар авиация тураһында һүҙ йөрөттө. 2020 йылда федераль бюджеттың субсидиялары иҫәбенә махсус медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған “Ансат” вертолеты 97 осоу башҡарған һәм 97 пациентты эвакуациялаған.
Быйыл ошондай 121 осоу планлаштырылған.
Республика башлығы осоуҙарҙы арттырырға кәрәклегенә баҫым яһаны. Айырыуса алыҫ, барыуы ауыр булған ултыраҡтарға иғтибар йүнәлтергә кәрәк.
- Вертолет бүленгән икән, ул тулы күләмдә кеше һаулығы һағында файҙаланырға тейеш, - тип билдәләне Р. Хәбиров.
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/139428.html