Баш ҡаланың сауҙа комплексында ирҙәр атыш ойошторған. Хәл былай була, 22 йәшлек ике ир үҙәктәге клубта ял иткән. Үҙҙәрен насар тота башлағас, улар янына һаҡсы килә һәм бинанан сығыуҙарын һорай. Әммә тегеләренә шелтә оҡшамай, шул мәл берәүһе травматик пистолетын алып ишеккә ата. Ирҙәр ҡасырға маташҡанда уларҙы ҡулға алалар. Ваҡиға буйынса тикшереү бара.