Яйыҡ
+25 °С
Ясно
Новости
26 Февраля 2021, 11:15

Муса Мортазинға һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме индерелде

25 февраль Башҡортостан Милли музейының конференц-залында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулыуға бағышлап “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.

25 февраль Башҡортостан Милли музейының конференц-залында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулыуға бағышлап “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Сығыш яһаусыларҙы тыңлағандан һуң фекер алыштылар. Һөҙөмтәлә, киләсәктә Муса Мортазинға Өфөлә һәм Учалыла һәйкәл ҡуйыу, уның тыуған ауылы Учалы районы Көсөк ауылындағы Герой музейының матди-техник базаһын нығытыу, “Ҡыҙыл командирҙар” картинаһының күсермәһен эшләтеп, Милли музейға урынлаштырыу һәм башҡа тәҡдимдәр ҡабул ителде.
Читайте нас