Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
26 Февраля 2021, 08:19

Тағы мунса тәләф булды

Учалы ауылында янғын

24 февраль 20.19 сәғәттә Учалы ауылының Әбйәлил урамында янғын тураһында хәбәр алына. Бүрәнәнән мунса һәм шлактан төкәтмә ныҡ ҡына зыян күрәләр, ут артабан таралыуға юл ҡуйылмай.
Әле бәләнең хәл-шарттары асыҡлана.
Ут менән һаҡ булығыҙ, мунсаға ут тоҡанһа – йыуыныу ҡайғыһы һис тә ҡалмай!
Фото Учалы район-ара надзор бүлегенең сәхифәһенән алынды - https://vk.com/id579366694
Читайте нас