1992 йылда Ғәзим Ильясовты Күгәрсен район мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар һәм шул ваҡыттан бирле уның тормошо туранан-тура сәнғәт менән бәйле
[1]. Сәхнәгә үҙешмәкәр йырсы булараҡ килеп, тәбиғәттән бирелгән моңло һәм матур тауышы, башҡарыу оҫталығы арҡаһында тиҙ арала төрлө йыр бәйгеләрендә танылыу ала.