Урал Ғүмәр улы Мөхәмәтшин 1953 йылдың 27 февралендә
Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы
Өфөлә тыуған. Ағаһы менән һәр йәйҙе Ҡандра ҡасабаһында өләсәһе янында үткәрә. Һуңыраҡ ошонда уҡ «Иҫке Ҡандрала әбейҙәр сыуағы» һәм «Атай портреты» картиналарын ижад итә.