Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
28 Февраля 2021, 14:00

Ҡорбандар һаны арта

Һуңғы тәүлектә яңы коронавирус инфекцияһы тағы ла дүрт кешенең ғүмерен ҡыйған.

Һуңғы тәүлектә яңы коронавирус инфекцияһы тағы ла дүрт кешенең ғүмерен ҡыйған. Стопкоронавирус.рф. сайтында хәбәр ителеүенсә. пандемия башланғандан алып, 273 кеше ковид ҡорбаны булған.
Республикала барлығы 28 581 коронавирус осрағы теркәлгән, уларҙың 137-һе - һуңғы тәүлектә. Ошо осорға бөтәһе 22 867 кеше һауыҡҡан, тип хәбәр ителә. Әле стационарҙарҙа - 243, амбулатор шарттарҙа 5 198 ауырыу дауалана. Бер тәүлектә 197 пациент һауыҡҡаны билдәле.
Рәсәйҙә иһә дөйөм алғанда пандемия башланғандан алып коронавирус менән сирләүсе 4,246 млн кеше теркәлгән. Уларҙың 86 меңе вафат булған. 379 кеше һуңғы тәүлектә үлгән.
Фото: nv.ua
Читайте нас