Яйыҡ
+19 °С
Ясно
Новости
28 Февраля 2021, 09:58

Йәше лә, олоһо ла эләгә тоҙаҡҡа

Учалыларҙы һаман алдайҙар ҙа, алдайҙар.

Төрлөсә итеп алдайҙар ҙа, алдайҙар беҙҙе. Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе Лия Фәттәхова бәйән итте беҙгә был аяныс статистиканы.
Йыл башланып ҡына тора тиерлек, әммә РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 3-сө өлөшөнөң "г" пункты буйынса ( банк счеттарынан, шулай уҡ электрон аҡсаны урлау) 14 енәйәт эше ҡуҙғатылып өлгөргән дә инде ( 2020 йылда -62 эш).
Ниндәй ҡылмыш ҡылыуҙарына ҡарап, кешене төп башҡа ултыртыусыларға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 159 –сы статьяһы буйынса ла (“Мутлашыу”) енәйәт эштәре ҡуҙғатыла – быйыл - 22 осраҡ, былтыр -130 эш.
Башлыса жуликтарҙың ҡармағына олораҡ кешеләр эләгә – йә берәй төр хеҙмәтләндереү күрһәтәбеҙ тип, йә эшкинмәгән тауар һатып тишек кәмәгә ултырталар. Бер ыңғайы аҡса-мәлкәттәрен урлау осраҡтары ла юҡ түгел. Нимә тип кенә һөйләмәһендәр, янғыҙ булғанда таныш түгел кешеләрҙе һис тә өйгә индермәгеҙ!
Был хаҡта күп яҙҙыҡ инде: банктан тип шылтыраталар икән, нимә тип кенә әйтмәһендәр, телефонды һалығыҙ ҙа ҡуйығыҙ, бер осраҡта ла (!) телефондан кемдер, ниҙер әйтеү буйынса аҡса күсерергә ярамай. Бик кәрәк икән, картаның артында күрһәтелгән номер буйынса банкка үҙегеҙ шылтыратығыҙ ҙа, һеҙҙең вәкилдәр миңә ысынында ла мөрәжәғәт иттеме, тип ҡыҙыҡһына алаһығыҙ.
Эйе, күберәген яңы технологияларға йүнләп төшөнмәгән оло кешеләр кәкре ҡайынға терәтелә, әммә йәш һәм урта быуын кешеләренең алданыу осраҡтары ла һирәк түгел. Лия Анатольевна ике ошондай осраҡ тураһында бәйән итте.
Бер ҡатын Авито (иғландар сайты) аша пәлтә һатырға була. 6 мең һумға. Билдәһеҙ ир бәйләнешкә сыға, һатып алам, ҡайҙа аҡса күсерергә, тип ҡыҙыҡһына. Аҡса бирегеҙ тип түгел, аҡса бирәм, тип һүҙ сығарғастары, беҙҙең яҡташ уялығын юғалта инде. Тик ниндәйҙер манипуляциялар ҡыла торғас, аҡса алыу түгел, үҙе лә аңламаҫтан банк картаһындағы 3 мең һумынан ҡолаҡ ҡаға.
Ә икенсе йәш яҡташыбыҙ юл ыңғайы йүнәләсәк автомобиль водителе менән БлаБлаКар платформаһы аша Ҡазанға алып барыуы тураһында килешә. Теге түләүҙең бер өлөшөн алдан биреүҙе шарт итеп ҡуя. Һәм пароль менән нимәһендер ҡыландырып, килешелгән 1 мең урынына 3 мең һум күсерттерә. Ә Ҡазанға барырға йыйынмаған да була.
Ныҡ йышылған бәндәләр эш итә бит инде был ҡырын даирәләрҙә. Жуликтарҙың бөтә алдау схемаларын белеп тә, аңлатып та бөтөрлөк түгел, йәмәғәт. Шуға ла интернет аша алыш-биреш иткәндә лә, түләү башҡарғанда ла, яңы мәғлүмәт технологияларын яҡшы белгән ышаныслы кеше менән мотлаҡ кәңәшләшер кәрәк. Сабыйҙарса хәйләһеҙ булмағыҙ!
Читайте нас