Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
1 Марта 2021, 13:30

Тәүәккәлдәр генә эшҡыуар була

Учалы ҡалаһында тыуып үҫкән, уҡыған, шунда үҙ эшен булдырған Айнур Мөхәмәтшин атлы уҙаман "ҡайҙа тыуған - шунда ереккән" принцибы буйынса йәшәй. Бигерәк тә, үҙ ереңдә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу уңай, яҡташтар ҙа нимәлер һайлағанда күберәк белгән, таныш кешегә мөрәжәғәт итәләр, кәңәш һорап эш итәләр, ти ул. Магазиндың адресы - Учалы ҡалаһы, Әхмәтғәлин урамы, 10/2. Тел.: 8-964-954-05-09.

Учалы ҡалаһында тыуып үҫкән, уҡыған, шунда үҙ эшен булдырған Айнур Мөхәмәтшин атлы уҙаман "ҡайҙа тыуған - шунда ереккән" принцибы буйынса йәшәй. Бигерәк тә, үҙ ереңдә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу уңай, яҡташтар ҙа нимәлер һайлағанда күберәк белгән, таныш кешегә мөрәжәғәт итәләр, кәңәш һорап эш итәләр, ти ул.
Тау сәнәғәте колледжы һәм Өфө иҡтисад һәм сервис дәүләт академияһында алған белеменең файҙаһы ҙур була Айнур өсөн. Уҡыуын тамамлағас дәртле, сәмсел егет "ЛюбиДом" тип аталған төҙөлөш материалдары магазины асып ебәрә. Магазин көндән-көн күберәк килем килтереп, аяғына ныҡлы баҫа бирә.
- Әлбиттә, үҙ эшеңде ойошторор булһаң, иң башта, ҡайҙан етерлек аҡса табырға, тигән һорау алға килеп баҫа. Миңә лә бик ҙур суммала кредит алырға тура килде. Эшҡыуарлыҡ - минең өсөн иң элек күңел талабы, аҙаҡ ҡына килем сығанағы, - ти Айнур. - Бер ваҡытта ла донъя артынан ҡыумайым. Яратҡан эшем маҡсатыма ирешергә ярҙам ғына итә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡала-район халҡы беҙҙең продукцияны яратып һатып ала башланы. Хәҙерге заманда конкуренцияның көслө икәнен аңлайбыҙ, шуға күрә ассортименттың киңлегенә өҫтөнлөк бирергә тырышабыҙ. Төп дүрт йүнәлешкә өҫтөнлөк бирергә тырышам - фасад, йәғни сайдинг һәм панелдәрҙең төрлө төҫтәге һәм төрлө фактуралыһын һайлау мөмкинлеге (бөтә өйгә заказ эшләнелһә - алып барыу - бушлай), төрлө сорттағы ағастан яһалған киң ассортиментлы төҙөлөш материалдары, төрлө ҙурлыҡтағы теплицалар, поликарбонат (төрлө төҫтәге һәм ҡалынлыҡтағы беседкалар һәм япмалар). Мәҫәлән, әгәр бөтә өйгә сайдингҡа заказ эшләһәгеҙ, белгестәр һеҙгә урында уҡ компьютерҙа 3Д форматында бушлай үлсәм яһап, күпме материал талап ителәсәген әйтәсәк. Ҡыҫҡаһы, бер урында бөтә кәрәкле әйберҙе һатып алырға бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Иң мөһиме - беҙҙең магазинға килгән кеше буш ҡул менән сығып китмәһен. Артабан да магазиндың абруйын күтәреү, һатыуҙы киңәйтеү өҫтөндә тырышып эшләргә уй бар, - тип бәйән итте эшҡыуар.
Пандемия осоронда ла магазин коллективы сафта ҡалды, клиенттарын юғалтманы - онлайн эшләнеләр. Берҙәм коллективта дүрт кеше хеҙмәт итә - барыһы ла дәртле, сәмсел, егәрлеләр. Социаль селтәрҙәрҙә лә уларҙың креатив һәм үҙенсәлекле рекламаларын күргәнегеҙ барҙыр әле. Был роликтар һәр ваҡыт популярлыҡ менән ҡулланалар һәм бихисап "лайҡ"тар йыялар. "ЛюбиДом" магазины халыҡты әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Тырыш һәм үҙ маҡсатына ынтылған егеткә артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Үҙ йортоңдо яратһаң - "ЛюбиДом"ды һайларһың!
Магазиндың адресы - Учалы ҡалаһы, Әхмәтғәлин урамы, 10/2. Тел.: 8-964-954-05-09.
Читайте нас