Яйыҡ
+30 °С
Облачно
Новости
2 Марта 2021, 06:37

“Байыҡ”та ла булдыҡ беҙ!

Ағинәйҙәребеҙ һынатмай

“Ҡунаҡбайҙан килдек әле
Мәртәбәле бәйгегә.
Ташып торған дәрт, сәм менән
“Байыҡ”та беҙ бейергә,
“Байыҡ”та беҙ еңергә!”
-тигән девиз менән беҙ, Ҡунаҡбай мәҙәниәт йорто эргәһендә ойошторолған “Аҡ теләк” фольклор төркөмө, “Байыҡ” телевидение конкурсында ҡатнаштыҡ. Беренсе турҙа уңышлы сығыш яһап, II турға үттек.
Ҡунаҡбайҙа бына 6 йыл инде Хәлимә Ғатауллина етәкселегендә “Ағинәйҙәр” ойошмаһы уңышлы эшләп килә. Башлыса ошо берекмә ағзаларынан торған “Аҡ теләк” фольклор төркөмөн өс йыл инде мәҙәниәт йорто директоры Гөлфинә Йомағужина етәкләй. Һәм, әйтергә кәрәк, бик уңышлы эшләй. Төркөмдә 35 йәшлек ҡатындарҙан алып 81 йәшкә еткән олпат апайҙар шөғөлләнә. Төркөмдөң “Аҡ теләк” тип аталыуының тарихы ошолай: нисәлер йыл элек “Ағинәйҙәр” берекмәһе ағзаһы Флүрә Баҡыева үҙенең 75 йәшлек юбилейына “Аҡ теләк” исемле шиғырҙар китабын баҫтырып сығарҙы. Унда бындай һүҙҙәр бар:
“Балаларым, яҡшы һүҙем әйтәм:
Гел теләп йөрөгөҙ аҡ теләк.
Шөкөр менән, һаулыҡ, иман менән
Йәшәгеҙ был донъяла гөрләп”.
Был юлдар беҙгә шул тиклем оҡшаны, фольклор төркөмөн дә “Аҡ теләк” тип атаныҡ.
.....Шулай итеп беҙ, 17 ҡатнашыусы, 19 февраль таң менән Өфөгә юлландыҡ. “Газель” һәм еңел машинаны райондың мәҙәниәт бүлеге бирҙе. Баш ҡалаға барып етеп, оҙаҡ ҡына көткәс сара башланды. Беҙ “Ҡорама ҡороу” йолаһын бейеп күрһәттек.
Әлбиттә, беҙҙе, бигерәк тә оло йәштәгеләрҙе, бейеү серҙәренә төшөндөрөү еңелдән булманы Гөлфинәгә - бейеүҙе сәхнәгә ҡуйыусыға. Шулай ҙа, йәтеш кенә килеп сыға башланы. Өфөлә лә һынатманыҡ. Бында жюри ағзаларының күбеһе яңы кешеләр. Уларҙың баһаламалары менән башлыса килештек. Жюриға Учалы ерлегендә генә булған үҙенсәлектәр менән беҙ үҙебеҙ теккән милли кейемдәр ныҡ оҡшаны. Боронғо йолаларҙы тергеҙеүҙәге тырышлығыбыҙҙы айырым билдәләнеләр. Бейегәнебеҙ өсөн һәр жюри ағзаһынан унар балл алып, 50 балл йыйҙыҡ, II турға үттек. Бындай юғары баһа беҙгә артабан үҫешергә, камиллашырға, оҫталыҡты арттырырға этәргес көс булды.
Һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә - “Аҡ теләк” фольклор төркөмөнөң уңыштары Гөлфинә Йомағужинаның тырышлығы, эскерһеҙ ярҙамы арҡаһында булды. Бейеү ҡуйыусының хеҙмәте был конкурста етерлек кимәлдә баһаланманы, тип уйлайбыҙ. Гөлфинә Йомағужинаға, беҙҙе ойоштороп, дәртләндереп, рухландырып, нисә йәштә икәнлегебеҙҙе оноттороп, телевидение конкурсында уңышҡа ирештергәне өсөн оло кешеләрҙән оло рәхмәт! Гөлфинәгә арналған шиғырымдан өҙөк:
“Студенттарын уҡыта,
Инәйҙәрҙе дер һелектеп,
Бейергә лә өйрәтә,
Йырлатып та өлгөрә.
Бына шундай ул Гөлфинә,
Матур гөлләмә кеүек.
Алдағы тормошоңда ла
Балҡы һин ҡояш булып!”
Шулай уҡ, уңыштар теләгән һәм файҙалы кәңәш тәр биргән жюри ағзаларына, “Байыҡ”ты ойоштороусыларға, алып барыусыларға рәхмәтлебеҙ. Әлбиттә, райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лира Сафиуллинаға, уның урынбаҫары Фәнис Кәримовҡа, булышлыҡ иткән бөтә кешеләргә рәхмәттәр әйтәбеҙ.
Гөлфирә РӘХМӘТУЛЛИНА, Ҡунаҡбай ауылы
Читайте нас