Регина конкурстың финалына сыҡҡан һәм диплом менән бүләкләнгән. Беҙ Регина Абзалованы һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеүсе, улар өсөн "Мәрхәмәтлек бүләк ит" йәмәғәт ойошмаһын булдырыусы изге күңелле, булдыҡлы, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаусы әсә, ҡатын һәм йәмәғәтсе булараҡ беләбеҙ.