Африканың Нигерия тигән илендә билдәһеҙ бандиттар һаҡсы полицейҙы үлтереп, дәүләт мәктәп-интернатынан 300-ҙән ашыу ҡыҙ баланы ҡайҙалыр алып киткәндәр. Ике аҙна ғына элек икенсе мәктәпкә һөжүм булғайны, үткән йылдың декабрь айында ла.... Быға тиклем ошондай күләмле енәйәт 2014 йыл башҡарыла – йөҙҙән ашыу ҡыҙҙың яҙмышы әлегә тиклем билдәһеҙ! Европа йә Америкала экстремистар 1-2 кешенең башына етһә лә, киң мәғлүмәт саралары был хаҡта көнө-төнө тылҡый. Ә үрҙә яҙған, ғонаһһыҙ балалар тарыған фажиғә тураһында яҙа-йоҙа ғына әйтелгәс, күптәр белмәй ҙә ҡала. Шулай инде, кеше ғүмере хаҡы ниндәй ил гражданы булыуына ҡарап баһалана.
Ҡасан эшләй башларҙарҙыр, әммә РФ Эске эштәр министрлығы иҫеректәрҙе медицина айнытҡыстарына илтеү ҡағиҙәләрен әҙерләне, тип хәбәр ителде. Йәмәғәт урындарынан – кеше үҙаллы һәм аңлы рәүештә хәрәкәт итә алмаған осраҡта; фатир-йорттарҙан - башҡа кешеләргә йә мөлкәткә зыян килтереү менән янаған осраҡта алып китәсәктәр эскеселәрҙе. Һуңғыһы өсөн алкоголик менән бергә йәшәгәндәрҙең ғариза биреүҙәре лә талап ителәсәк.
“Справедливая Россия” партияһы съезд үткәрҙе, рәйесе итеп йәнә Сергей Миронов һайлана. Тик бына “За правду” һәм “Рәсәй патриоттары “ менән берләшкәс, исеме үҙгәртелде: «Социалистическая политическая партия "Справедливая Россия — Патриоты — За правду»», ә ҡыҫҡартылған вариант — «Справедливая Россия — За правду». Партия етәксеһенән тыш, ике рәйестәш тә һайлана – Геннадий Семгин менән Захар Прилепин. Һуңғыһы – социализм, Советтар Союзы мираҫын һаҡларға ал-ял белмәй өндәгән публицист һәм билдәле яҙыусы ғына түгел, үҙе лә украин милләтселәренә ҡаршы алышҡан яугир.
Йән башына тура килгән килемдәр буйынса һуңғы йылдарҙа Ҡытай Рәсәйҙе үтеп китте тип яҙғайныҡ инде. Һәм бына, коммунистар партияһы етәкләгән күршеләребеҙҙең сираттағы тарихи ҡаҙанышы: КХР рәйесе Си Цзиньпин иптәш илдәрендә хәйерселекте еңеүҙәре тураһында рәсми рәүештә иғлан итте. Һуңғы 8 йылда 100 миллион тирәһе кешенең көнитмешен ҡырҡа яҡшырта алдылар. Ә үткән быуаттың 80-се йылдарынан (беҙҙә үҙгәртеп ҡороуҙар башланған дәүер) - 700 миллиондан ашыу кеше саманан тыш ярлы категорияһынан сығарыла. Белешмә өсөн: Бөтә донъя банкы критерийҙары буйынса, көнөнө 1,9 долларға йәшәгән кеше саманан тыш ярлы тип һанала. Әлеге курс буйынса -141 һум 43 тин, йәғни, айына - 4 243 һум.
Ас тамағым, тыныс ҡолағым, тип әйтәләрме әле? Донъяның иң бай кешеһе Илон Маск бер-нисә көн эсендә 15 миллиард доллар юғалтты. Быны тыныс ҡына үткәреү өсөн ниндәй йөрәк кәрәк! Беҙ бит, ябай кешеләр, кеҫәнән 100 тәңкә төшөп ҡалһа, ла аҙна буйына көйөп, үҙебеҙҙе ашап йөрөйәсәкбәҙ... “Тесла” компанияһы башлығы “ярлыланыуы” акциялары осһоҙланыуға бәйле. Ул әле ни бары 183 миллиард долларға бәрәбәр мөлкәткә эйә. Бөгөнгө көндә иң бай бәндә – шул уҡ Американан Джефф Безос (“ Amazon “ компанияһы) – 186 миллиард доллар.
Еврпопала ниңә беҙгә ҡарағанда күпкә йылы? Быны география уҡыған һәр кеше белә – Гольфстрим диңгеҙ ағымы континентҡа йылы килтерә. Тик бына ғалимдар хәүефле күҙәтеү яһаны - Гольфстрим ныҡ аҡрыная бара, бындай хәлдең һуңғы 1 000 йыл булғаны ла юҡ, ти. Ниҙер үҙгәрмәй икән, теплица шарттарына күнеккән күршеләргә беҙҙеңсә йылы кейенергә, ҡырыҫ шарттарҙа ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә тура киләсәк. Беҙҙә лә көн үҙгәреү ошо глобаль процесҡа бәйлелер инде.
Заманы шул инде – яҡшы дан булһа ла, яман дан булһа ла, әҙәм балаһы билдәлелек алырға тырыша. Сөнки насар данды ла аҡсаға әйләндерергә мөмкин. Бына, Нововоронеж ҡалаһында 250 йыл элек ултыраҡ нигеҙләү өсөн урын күрһәткән легендәр Аленка тигән ҡыҙға һәйкәл ҡуйылған була. Шундый килбәтһеҙ, мөххәббәтһеҙ һәм ҡурҡыныс килеп сыға, фотолары сыҡҡас, бөтә интернет бот сабып көлдә. Урындағы властарға һүтеп ташлауҙан башҡа әмәл ҡалмай. Әммә ҡарасҡы билдәлелек яулап өлгөргөс “Аленка”ның яҙмышы хәл ителә: аукцион үткәрелә, башта хаҡы 1 миллион итеп кенә ҡуйылһа, һатыулаша торғас кемдер 2,6 миллион һумға ала. Берәй ергә ҡуйып кеше ҡурҡытырға йыйыянамы икән?
Һиндостанда әтәс һуғыштары ойоштороу күптән тыйылған, әммә бары үткәрелеп тора. Ябай талыш ҡына түгел бит әле, тәпейҙәрен 7 сантиметр оҙонлоҡта бысаҡ беркетелә лә, бер-берен үлтергәнсе алышалар. Ошо арҡала Телингана штатында фажиғә булды, тыпырсынған әтәс эйәһенең муйынындағы ҡан тамырын киҫә. Уны дауаханаға илтеп тә өлгөрмәйҙәр – ҡанһырап үлә. Хәҙер полиция бәйге ойоштороусыларҙы эҙләй, яуыз ниәтһеҙ кеше үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Әтәс тә дәлил сифатында судҡа алып барыласаҡ, ти.