Яйыҡ
+15 °С
Дождь
Новости
2 Марта 2021, 06:27

«Маскне» ни икәнен бәләгеҙме?

Һөйөп, һөйөләп йәшәгеҙ!

Вирусҡа бирешмәйек!
«Маскне» ни икәнен бәләгеҙме? COVID-19 пандемияһының ошо бәләһе лә булды икән: битлек, бирсәткәне оҙаҡ ваҡыт сисмәй кейеүҙән тән тиреһенең ҡуҙғыуы шулай атала. Төрлө һытҡы, сыбыртмалар пәйҙә булмаһын өсөн сифатлы косметика ҡулланыу зарур.
Тап ошо юҫыҡтан фекер йөрөтөп, Венера Билалова хәйриә акцияһы үткәргән – Учалы балалыҡ йорто хеҙмәткәрҙәренә “Мэри Кэй” фирмаһы етештергән 28 бүләк тапшыра – ҡул өсөн кремдар, йөҙгә һала торған крем-маскалар һәм ирендәргә помада. Әлбиттә, шатлыҡ менән, рәхмәт әйтеп ҡабул итәләр.
Әлеге көндә баш ҡалала йәшәгән яҡташыбыҙ Венера Билалова тураһында гәзиткә яҙғайныҡ инде - Мәскәүҙә “Мисс Шәфҡәтлелек” конкурсы призеры булып шатландырғайны. “Зөләйхә күҙҙәрен аса” телефильмында төшөүе тураһында ла былтыр хәбәр иттек. Әле “Mary Kay” компанияһында Beauty-эксперт булып эшләй , модель бизнесында мәшғүл, төрлө социаль һәм мәҙәни проекттарҙа әүҙем ҡатнаша, өҫтәүенә – ирекмән.
-Форсат сыҡҡанда, бөтә яҡташ ҡатын-ҡыҙҙы яҡынлашып киләгән 8 март байрамы менән ҡотлайым! –ти “Вице-Мисс Шәфҡәтлелек”, - Һөйөп, һөйөләп йәшәгеҙ! Ошо сер тураһында ла онотмайыҡ – башҡалар яратһын өсөн кеше үҙен-үҙе лә яратырға, тәрбиәләргә тейеш!
Читайте нас