Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
2 Марта 2021, 10:49

Ҡурсаланыу талаптары уйын түгел!

Яҡташыбыҙ штраф түләй

Пандемия шарттарында ла айырым илдәргә сығырға рөхсәт ителә, әммә билдәле ҡағиҙәләрҙе үтәү шарт итеп ҡуйыла. Шул иҫәптән – сикте үтеп Рәсәйгә ҡайтҡанда (килгәндә) Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәре порталында теркәлеү. Инфекция килтерерлек һәр кеше иҫәптә торорға тейеш икәнлеге аңлашыла.
Учалы район суды хәбәр итте: былтыр көҙ мәлендә бер ҡатын Төркиәнән самолетта килә, әммә үрҙә әйткән порталда анкета тултырмай. Шуға ла ошо көндәрҙә РФ Административ кодексының 6.3-сө статьяһының 2-се өлөшө буйынса яуапҡа тарттырылды - 15 мең һум штраф һалына.
Статья “Халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеген тәьмин итеү өлкәһендә ҡануниәтте боҙоу” тип атала. 40 мең һумға тиклем штраф һалыуҙары мөмкин булған. Ә бына бындай моңһоҙлоҡ арҡаһында берәйһенең сәләмтлегенә зыян килһә – штраф 300 мең һумға ла етеүе ихтимал, ә айырым осраҡтарҙа – хатта, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ҡурсаланыу талаптары уйын түгел!
Читайте нас