Ижады яғынан күп яҡлы композитор булыуға ҡарамаҫтан, Салауат Низаметдинов операны яҡыныраҡ итте. Маэстроның үҙе әйтеүенсә,
опера өҫтөндә эшләү ҙур хеҙмәт, ваҡыт һәм көс талап итә, әммә һәр секунд һиңә шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерә. «Яҡшы шиғыр ишетһәм, моң үҙенән-үҙе яңғырай» тигән композитор. Уның
Мостай Кәрим әҫәрҙәре нигеҙендә яҙылған «Ҡара һыуҙар», «Ай тотолған төндә», шулай уҡ «Memento» һәм «Нәҡи» исемле опералары
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә, «Мөхәббәт йондоҙо» рок-операһы
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә ҡуйылды. Дөйөм алғанда, сәнғәт әһеленең ижад диапазоны бер үк ваҡытта опера һәм симфонияларҙы, хор әҫәрҙәрен һәм романстарҙы, драма спектаклдәренә музыканы һәм эстрада йырҙарын үҙ эсенә ала.