Ошо арала социаль селтәрҙәрҙә һунарсылар районыбыҙҙа аттарға һөжүм иткән бүреләрҙе аулауҙары тураһында хәбәр таралды, фотолары ла бар.
Был хәл Миндәк ауылында булған икән.
- Ауыл эргәһендә бер өйөр бүреләр йөрөүе тураһында белә инек. Кешеләр ҙә күргән уларҙы йыраҡтан. Халыҡты шундуҡ иҫкәрттек, һаҡ булыуҙарын үтендек, иғландар ҙа яҙып элдек, - ти Миндәк ауылы хакимиәте башлығы Зөлфиә Ишмәмәтова.
Ә ике аҙна элек йыртҡыстар Килмәк ауылынан Айтуған Ғәзизовтың ауылдан 500 метр ситтә тибендә йөрөгән йылҡы өйөрөнән берәүҙе һәм күршеһенең дүрт тайын йығалар. Бахыр хайуандарҙан ҡоро тире лә һөйәк ҡалған. Фотоларын ҡараһаң, бигерәк тетрәндергес. Бүреләр үҙҙәре дәүҙәй, хас та әүермән тиерһең! Телевизорҙа нәфис фильмдарҙа күрһәтәләр бит әле әүермән бүреләрҙе - тап шуға оҡшағандар.
- Ҡарҙағы эҙҙәренән үк бүреләрҙең эше икәнен аңланыҡ, эҙәрлекләп барып уларҙың алтау булыуы асыҡланды. Бүре яңғыҙы булһа һөжүмгә бармай, ә бына өйөргә тупланһалар, уларҙан да ҡурҡыныс йыртҡыс юҡ, һимеҙ атыңды ла күҙ асып йомған арала йығасаҡтар, - ти Айтуған.
Икәүһен Миндәк һунарсылары атып ала, тағы икәүһен ауларға Әбйәлилдән йылҡысы өс дуҫтары ярҙамға килә.
Дүртәүһен ҡулға төшөрһәләр ҙә, икәүһен тота алмағандар. Берәүһе һаман әүҙемлек күрһәтеүҙән туҡтамай икән. Ҡан тәмен бер татыған йыртҡыс һөжүм яһарға уңайлы мәл эҙләй, Айтуған Ғәзизовтың Килмәк менән Рафиҡ ауылы араһында ҡолондары торған базаға көн һайын килеп китә.