Яйыҡ
+32 °С
Ясно
Новости
5 Марта 2021, 05:24

Ямалетдинов Мәүлит Байгилде улы

Рәсми рәүештә әҙиптең тыуған көнө тап бөгөн

Ысын тыуған көнө 5 февраль булһа ла, дәһи әҙиптең рәсми тыуған көнө тап бөгөн. Бына ул үҙе беҙгә нимә тип хәбәр иткәйне: " Мин тыуғас ҡот осҡос бурандар башланып китеп, ауыл Советы урынлашҡан Ҡаҙаҡҡол ауылына юл бер нисә көнгә (бәлки аҙналар буйылыр) өҙөлә. Шуға күрә, мине унда 5 март көнө алып барып яҙҙырталар (штрафтан ҡурҡып, 5 февраль тип яҙҙырмайҙар. сөнки Сталин һуғыштан һуң демографияға бик ҙур талаптар ҡуя - көнөндәген көнөндә яҙҙыртырға тейеш булалар тыуған балаларҙы) ". Нисек кенә булмаһын, Мәүлит ағайҙың йәне йәннәттә булһын, тип тағын да берҙе теләп ҡуяйыҡ.
Мәүлит Ямалетдин, Ямалетдинов Мәүлитбай Байгилде улы (5 март 1947 йыл8 ноябрь 2020 йыл) — уҡытыусы, шағир, яҙыусы, тәржемәсе, ҡурайсы һәм йәмәғәтсе. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Республика үҙешмәкәр сәнғәт смотры дипломанты (Өфө, 1977). Муса Мортазин исемендәге (1991), Фәтих Кәрим исемендәге (2007), Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2009) һәм Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге (2017) премиялар лауреаты.
Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов 1947 йылдың 5 мартында ([3][4]) Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Аһылай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Тыуыу тураһындағы таныҡлығы 5 март менән алынған.
Күрше Ҡаҙаҡҡол ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл урындағы «Байрамғол» совхозында эшләй. 1964—1968 йылдарҙа Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡый.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Баймаҡ ҡалаһындағы мәктәп-интернатта музыка уҡытыусыһы булып башлай. Артабан, Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Сибай ҡалаһы мәктәп-интернатында йыр һәм музыканан уҡыта, Иҫке Сибай балалар музыка мәктәбенең директоры була. 1977—84 йылдарҙа Учалы районы Уральск ҡасабаһында (хәҙер ауыл) музыка мәктәбе директоры була.
1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1987 йылда Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙы, 2001 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Учалы яҙыусылар ойошмаһында яуаплы сәркәтип була, Учалы районында милли-ижтимағи ойошманы етәкләй. «Ватандаш», «Ағиҙел» журналдарында хеҙмәт һала, артабан тағы ла Учалы ҡалаһындағы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе булып эшләй.
Мәүлит Ямалетдинов 2020 йылдың 8 ноябрендә вафат булды. Мәғлүмәттәр Башҡорт Википедияһынан.
Читайте нас