Бөгөн -Тәмлетамаҡтар көнө. Эйе, ашау өсөн йәшәмәйбеҙ, йәшәү өсөн ашайбыҙ. Шулай ҙа тәмле һәм файҙалы ризыҡтың әһәмиәтен кәметергә һис тә ярамай! Көр кәйеф, сәләмәтлек бүләк итә бит ул хәләл ризыҡ, тормош ләззәтен яҡшыраҡ тойорға мөмкинлек бирә. Бисмиллаһ, менән башлап, саманы ғына үтмәйек.
АШ-һЫУ, ҺЫЙ-ХӨРМӘТ, ҠУНАҠЛАШЫУ, БАЙРАМДАР тураһында башҡорт мәҡәлдәре:
Аҙ булһа ла, күптәй күр.
Аҙ ашым, ҡайғыһыҙ башым.
Аллаһ биргән — туйымлыҡ, бәндә биргән — күңеллек.
Араҡы арыҫланды йығып һалған.
Арпа-бойҙай аш булды, алтын-көмөш таш булды.
Асыҡ сырай — таҡта сәй.
Ашын-тоҙон эсеп ултыр, аҡыллы һүҙен ишетеп ултыр.
«Ашамайым» тигән килен ашаған алтмыш билмән.
Ашап, алаша булмаҫһың.
Аш табылмай, аш табылһа, иш табылмай.
Ашап туймағанды ялап туймаҫһың.
Ашымды йотоп ултырыр, ашъяулығымды йыртып ултырыр.
Ашың ҡайтһын ашыңа, бәрәкәт яуһын башыңа.
Баҡса емеше түгел, аҡса емеше.
Бар сағында — бал да май, юҡ сағында — ҡаты ла мыты.
Бар сағында — бүреләй, юҡ сағында — шүреләй.
Бары менән байрам.
Барын-юғын белмәйҙер, бал теләйҙер тамағым.
Бер йотҡансы, ике йотҡан, өсөнсөһөндә — башын элмәккә
тыҡҡан.
Бер кискә — кер мейескә.
Бер ҡашыҡ ашым, ҡауғаһыҙ башым.
Берәүҙә аш ҡайғыһы, берәүҙә баш ҡайғыһы.
Бешкәнсе түҙгән, төшкәнсе үлгән.
Бирер кешем килгәндә, биш ҡайнайҙыр ҡаҙаным,
Бирмәҫ кешем килгәндә, ҡайнамайҙыр ҡаҙаным.
Бирмәҫтеке бешмәҫ.
Бәләкәй генә бер мискә — етер әле бер кискә.
Икмәк-тоҙ — яҡты йөҙ.
Иргә — баш,
Ир балаға — аяҡ,
Ҡыҙ балаға — ҡанат,
Ҡатынға — ҡойроҡ.
Иртән дә өйрә, кис тә өйрә — был ҡорһаҡтар ни күрә?
Ит ашаһаң, тешкә керә, ашамаһаң, төшкә керә.
Ит янынан кит.
Итле өйҙә ике кис, өйрәлелә бер кис.
Итен күреп һөйөндөм, һурпаһынан төңөлдөм.
Йылына бер балтырған ашамаған кешенең эсе ҡортлар, имеш.
Йылына бер ыумас ашамаған кешенең елеге ҡорор, имеш.
Йәйәүленең ризығын һыбайлы ашаған.