Яйыҡ
+25 °С
Облачно
Новости
7 Марта 2021, 06:35

Бер иш пәлтәләрҙә

«Әсәйем альбомынан”

Бер иш пәлтәләрҙә
Һуғышҡа тиклем дәүерҙә Учалы ауылдарында айырым магазиндар булмай әле. Көнкүреш тауарҙары, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым кооператив магазиндарында ғына һатыла – ундайҙар районда бер-нисә генә булған. Сельпо магазинынан үҙ аҡсаңа ниҙер алыу өсөн, кооперативсы кенәгәһендә йыллыҡ иғәнә түләү тураһында билдә тороуы шарт итеп ҡуйыла.Халыҡ та талымлы булмай әле ул ваҡытта, тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн икәнлеккә ҡыуанып йәшәйҙәр.
1933 йылғы фото. Үрҙә яҙған кооперативтан бер иштән алған пәлтәләрен кейеп төшкән (башҡа төрҙәре юҡ!) ҡатын-ҡыҙҙар – Урал ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ширғәлин (Ширгалеев) Мәрхәметдин Ширғәли улының 5 ҡыҙы һәм бер килене. Һулдан уңға: Ғәфифә Ширғәлина, Тайба Сатлыкова, Таһира Ғәлиуллина, Сания Исламғолова, Шәмсиә Ғилманова, Нәғимә Мөхәмәтова
Читайте нас