Яйыҡ
+25 °С
Облачно
Новости
7 Марта 2021, 06:24

Хәйҙәров Мөхәммәт Аллаяр улы

Тыуған көнө яҡташыбыҙҙың

Хәйҙәров Мөхәммәт Аллаяр улы (7 март 1915 йыл17 июль 1999 йыл) — башҡорт журналисы, прозаик һәм драматург. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны. I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты (1994).
Мөхәммәт Аллаяр улы Хәйҙәров Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[1] Өргөн ауылында 1915 йылдың 7 мартында тыуған. Учалы ауылындағы крәҫтиән йәштәре мәктәбен тамамлағандан һуң, ул Белорет металлургия техникумында уҡын.
1933—1936 йылдарҙа Мөхәммәт Хәйҙәров Учалы районының «Шахта байрағы» газетаһын редакторлай, һуңынан «Ленинсы» республика газетаһының эшсе йәштәр бүлеге мөдире булып эшләй.
1941—1945 йылдарҙа ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. I дәрәжә Ватан һуғышы[2], Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары[3], миҙалдар менән буләкләнә[4].
1946 йылдан — «Совет Башҡортостаны» газетаһының үҙ хәбәрсеһе. 1949 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.
Мөхәммәт Хәйҙәров 1956—1958 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡый, М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.
Ул 1947 йылда — Коммунистар партияһы сафына, 1957 йылда — СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алына.
Прозанан тыш, М. Хәйҙәров драматургия өлкәһендә лә актив эшләй. Башҡортостанда уның «Намыҫ» (1949), «Ирәндек» (1951), «Һүнмәҫ мөхәббәт» (1953), «Беҙҙең малай» (1955), «Килмешәк» (1957), «Азамат» (1958), «Килен» (1972), «Кейәү балаҡай» (1973), «Ҡоҙалар, ҡоҙасалар» (1977), «Ҡотло булһын туйығыҙ!» (1980) тигән пьесалары сәхнәләштерелде һәм билдәлелек алды.
Мәғлүмәттәр Башҡорт Википедияһынан.
Читайте нас