Яйыҡ
+26 °С
Ясна
Новости
7 Март 2021, 07:05

Кем белә

Байҙары байҙарсаЯрлыһы самасаҒүмерҙәр һөрәбеҙ.Байлыҡҡа ҡарамайФәҡиргә һаналмайГүрҙәргә керәбеҙ.

Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова
Кем белә...

Байҙары байҙарса
Ярлыһы самаса
Ғүмерҙәр һөрәбеҙ.
Байлыҡҡа ҡарамай
Фәҡиргә һаналмай
Гүрҙәргә керәбеҙ.
Беҙ унда бер тигеҙ,
Әлбиттә үҙебеҙ
Яуабын бирәбеҙ.
Кемдәрҙер тамуҡҡа
Бәғзеһе ожмахҡа
Һис һүҙһеҙ инәбеҙ.
Байлығын һанламай
Ярлыһын аямай
Хөкөмөн сығарыр.
Иманлы, иманһыҙ
Гөнаһлы, гөнаһһыҙ
Ҡайҙарға юл алыр.
Кем белә ...
Фото: best.uhouse.ru
Читайте нас