Яйыҡ
+23 °С
Ясно
Новости
7 Марта 2021, 06:41

Наурыҙ уҡытыусылары

«Әсәйем альбомынан”

Наурыҙ уҡытыусылары
1963 йыл, Наурыҙ мәктәбе эргәһендәге тауҙа бер төркәм уҡытыусылар. Һулдан уңға Сажиҙа апай Хәҙисова, Әсмә апай Мөслимова, Зөмәрә апай Хисмәтуллина һәм мин, Ләлә Янбаева.
Сажиҙа апайҙың тормош иптшәше Муса ағай – Наурыҙ уҡыу йорто урта мәктәп статусы алғас беренсе директор. Яҡшы ойоштороусы һәм педагог булыуҙан тыш, Сажиҙа апай менән беҙҙең барыбыҙҙы ла үҙ өлөгләрендә килешеп йәшәү, сабырлыҡ, тигән төшөнсәләргә төшөндәрҙөләр улар.
Әсмә Әхмәтвәли ҡыҙы пенсияға сыҡһа ла, коллективтан айырылманы, беҙ бөтәбеҙ ҙә уны оло мөғәллимәбеҙ, тип ҡабул иттек. Зөмәрә Вәли ҡыҙы – идеаль кеше булмай тиһәләр ҙә, беҙгә, йәштәргә ул тап идеаль уҡытыусы булып күренә торғайны. БАССР һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемдәренә беҙҙең районда ғына түгел, ә республикала иң тәүҙә Әсмә Әхмәтвәли ҡыҙы Мөслимова менән Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина лайыҡ булалар.
Урындарығыҙ йәннәттә булһын, ҡәҙерле апайҙар, һоҡландырғыс, изге күңелле оло шәхестәр булдығыҙ!

Ләлә Янбаева
Читайте нас