Эстрогендар кәмеү ҡатын-ҡыҙҙың хәтерен насарайта, гормондарҙы алмаштырыусы терапия иһә уны һәйбәтләп кенә ҡалмай, зиһенде лә асып ебәрә. Олоғайыусы ҡайһы бер ханымдар һөйәк тығыҙлығын һаҡлау өсөн кальций эсә. Ләкин уны услап ашауҙан фәтеүә юҡ – эстроген түбән булғанда, кальций үҙләштерелмәй. Эстроген айырыуса һөйәге тиҙ һынып барыусыларға файҙалы, уны кальций, Д3 витамины менән бергә ҡабул итеп, физик әүҙемлекте һаҡлағанда, һөйәктәр оҙаҡ йылдар ныҡ булып ҡаласаҡ.
Күреме бөткән гүзәл затты шулай уҡ атеросклероз, йөрәк ауырыуҙары, нервы, эндокрин системаһы сирҙәре һағалай. Гормондарҙы алмаштырыусы терапия был сирҙәрҙең үҫешен тотҡарлай йә бөтөнләй туҡтата. Ҡанда эстроген кимәле юғары булыуы Альцгеймер ауырыуынан, эсәк яман шешенән һәм башҡа сырхауҙарҙан ҡурсалай, ҡан тамырҙарының һығылмалылығын һаҡлай, бәүел тотмауҙан, еңсәнең артыҡ ҡоро булыуы арҡаһында енси тормошта тыуған ауырлыҡтарҙан арындыра.
Ырыуҙан ҡалған ханымдарҙың иң ҙур яфаһы – биткә ҡан бәреүҙән бурҙаттай ҡыҙарыу, ҡыҙып-ярһып китеү, бигерәк тә төндәрен тиргә батыу. Ҡайһы берәүҙәр, бынан дауа барлығын белмәйенсә, 6 – 10 йыл буйы шулай интегә.
Йәшкә ҡарап, препараттар миҡдары төрлөсә билдәләнә. Әммә ҡуҙғалған поездың һуңғы вагонына һикереп менеп өлгөрмәҫкә лә мөмкин. Мәҫәлән, атеросклероз үҫешкән икән, гормондың иң ҙур миҡдары ла файҙаһыҙ. Бына ни өсөн был дауаны иртә башларға кәрәк. 65 йәштән һуң гормондар менән дауалау, ҡағиҙә булараҡ, тәғәйенләнмәй: енси гормондар эшкә ҡушылып китмәйәсәк. Дауаны ваҡытында алып, уны һуңғы көнгәсә дауам итеү йәшлегегеҙҙе оҙонайтасаҡ.
Ҡайһы бер ауырыуҙарҙан яфаланыусыларға гормондарҙы алмаштырыусы терапия ярамай. Мәҫәлән, ныҡ һимереү, яман шеш, бөйөр, бауыр эшмәкәрлеге ныҡлап боҙолоуы, шәкәр диабеты шундай сирҙәргә ҡарай. Препараттарҙы ҡатын-ҡыҙ һаулығын бөтә яҡлап етди тикшергәс кенә тәғәйенләйҙәр. Бөгөн уларҙың әллә нисә төрө бар: таблетка, шәм, крем рәүешендәгеһе, пластырь, тире аҫтына ҡуйыла торған импланттар.
Шуны иҫтә тотайыҡ: гормондарҙы алмаштырыусы препараттар – үлемһеҙлек дарыуы түгел. Улар артыҡ йылдар өҫтәмәҫ, ләкин Хоҙай биргән ғүмерҙе сифатлы, матур итеп уҙғарырға ярҙам итер.