Байрам менән, ҡәҙерленән-ҡәҙерле ағинәйҙәр, апайҙар, тиңәдәштәр, туғандар, ҡыҙ-ейәнсәрҙәр! Беҙҙең, ир-аттың теләге бер инде - һеҙҙе бәхетле итеп күреү, һеҙ бәхетле булғанда ғына беҙҙең дә донъя түңәрәк. 8 март байрамы тураһында Башҡорт Википедияһынан белешмә:
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө —
ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән хоҡуҡи тигеҙлеге өсөн, йәмғиәттә
ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын киңәйтеүгә йүнәлтелгән көрәштә Халыҡ-ара сәйәси саралар үткәреү маҡсаты менән билдәләнгән көн, һәр йылдың
8 март көнөнә тура килә.
[1]Халыҡ-ара кимәлдә иҫтәлекле көн булараҡ, 1977 йылда
БМО-ның Генераль Ассамблеяһы резолюция ҡабул иткәс, билдәләнә башлай.