Лаяҡыл иҫерек бәндәне кемдер оялтып маташа:
-Сусҡа кеүек эскәнһең, оят түгелме!?
-Бөгөн тамаҡ сылатырға мөмкин, коллективта 8 март хөрмәтенә корпоратив ойошторҙоҡ... Ҡатын-ҡыҙға хөрмәт күрһәтмәйенсә һис тә ярамай!
-Ә улай булғас ниңә бер үҙең урамда һөрәлеп йөрөйһөң?
-Шәхси эшҡыуар бит мин, ни эшләйһең инде, эшләүен яңғыҙы эшләгәс, копоративтарҙы ла бер үҙем генә үткәрәм!