Яйыҡ
+20 °С
Облачно
Новости
10 Марта 2021, 06:40

Ҡалҡан ҡурғаны – ҡомартҡы статусында

Экспертизаһыҙ ер эштәре тыйыла

БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы приказы менән Башҡортостанда йәнә 14 объектҡа археология ҡомартҡыһы (памятник археологии) статусы бирелде. Өфөлә, Ауырғазы, Баймаҡ, Бөрө һәм беҙҙең Учалы райондарында. Ҡалғандарҙа ҡомартҡылар “мәҙәни ҡатлам” (культурный слой), “тораҡ” (селище) итеп классификацияланһа, беҙҙә: “яңғыҙ торған ҡурған “Ҡалҡан -6” тип атала. Ҡурған – бейек итеп өйөлгән боронғо ҡәбер.
Иҫкәртеп тә ҡуйҙылар, рәсми статус бирелгәс, был биләмәләрҙә идаралыҡтың рәхсәтен алмайынса, экспертиза үткәртмәйенсә ер, төҙөлөш эштәре алып барыу тыйыла.
Читайте нас