Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
10 Марта 2021, 05:40

Батыр йөрәкле фельдшер

Фельдшер өс баланы янғындан ҡотҡарған

Аҡ халатлы, аҡ күңелле табиптарыбыҙ көн-төн тимәй кешеләрҙең сәләмәтлеге һағында тора. Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Константиновка ауылында булған хәл уны тағы бер ҡабат раҫланы. Фельдшер Анастасия Шапошникова урамдан китеп барғанда бер йорт янында сәйер сйылдау тауышы ишетеп ҡала һәм шунда бара. Йорттан төтөн сыҡҡанын күрә, өйгә инергә теләй, әмәм ул бикле булып сыға. Ахырҙа ҡатынға тәҙрә аша үрмәләргә тура килә. Фельдшер эстә ҡалған өс баланы сығара, утты һүндерә. Ә сәйер тауыш, баҡтиһәң, янғынға ҡаршы ҡуйылған ҡорамал булып сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр юҡҡа ғына кешеләргә ошо приборҙарҙы һатып алып ҡуйырға кәңәш итмәй шул.
Читайте нас