Миндәк ҡасабаһының 6-сы мәктәп уҡыусылары Юл Хәрәкәте Хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса "Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” республика конкурсының зона этабында еңеү яуланы. Сара Белорет ҡалаһында үтте. Унда мәктәбебеҙҙең 8,9 - сы класс уҡыусыларынан торған "Зебра" командаһы ҡатнашып, "Иң яҡшы шаяртыу" номинацияһы еңеүсеһе булдылар. Уҡыусылар үҙенең отҡорлоғон, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемен, командала эшләй, шаярта белеүен күрһәтте. Уларҙы финалға сығыуҙары менән ҡотлайбыҙ. Афариндар!