Сирҙе алдан асыҡлау һөҙөмтәһендә күптәр төҙәлә, йә булмаһа уларҙың киҫкенләшеүен туҡтатырға булышлыҡ итә. Диспансеризация ауырыуҙы ваҡытында асыҡларға ярҙам итеүсе мөһим сараларҙың береһе. Ул 18-39 йәшлектәр өсөн 3 йылға бер үткәрелә. Быйыл 1979, 1982, 1985, 1988, 1991, 1994, 1997, 2000, 2003 йылда тыуғандар диспансеризация үтергә тейеш. 40 йәштән өлкәндәргә тикшереү йыл һайын үткәрелә. Диспансеризацияны йыл аҙағына тиклем йәшәү урыны буйынса иҫәпкә ҡуйылған поликлиникала үтергә була. Табипҡа 13-01 телефоны, йәиһә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша яҙылырға кәрәк.