Кисә С.Низаметдинов исемендәге Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында «Мисс УКИиК— 2021» конкурсы уҙҙы. 6 һылыуҡай көс һынашты. Ҡыҙҙар визитка, дефиле, ижади һәм интеллектуаль конкурста һынау тотто. Шулай итеп, "Мисс Күркәмлек" номинацияһы 4 курс студенты Албина Рыҫҡоловаға, "Мисс Үҙенсәлеклелек" номинацияһы 3 курста белем алыусы Айгүзәл Ямаловаға, 2 курста уҡыусы Кэтэлина Чобануға "Мисс Илһамлыҡ" номинацияһы, «Мисс Артислыҡ» номинацияһы 1 курстан - Азалия Аҫылбаеваға, «Мисс Йыл асышы» 1 курс студенты - Зөлхизә Әхмәтоваға тапшырылды. «Мисс УКИиК– 2021» исеменә бер тауыштан 1 курста белем алыусы Эльвира Ғибәҙуллина лайыҡ булды.