Яйыҡ
0 °С
Облачно
Новости
12 Марта 2021, 05:35

Әүҙем йәмәғәтсе

Күптән түгел баш ҡалабыҙҙағы Конгресс-холл гөрләп торҙо. “Торатау”ҙа Башҡортостанда бишенсе тапҡыр ойошторолған «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе 2021» республика конкурсы тамамланыу айҡанлы күркәм сара уҙғарылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күптән түгел баш ҡалабыҙҙағы Конгресс-холл гөрләп торҙо. “Торатау”ҙа Башҡортостанда бишенсе тапҡыр ойошторолған «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе 2021» республика конкурсы тамамланыу айҡанлы күркәм сара уҙғарылды.
Унда “Уңышлы һәм өлгөлө балалар үҫтергән күп балалы әсә”, “Ҡатын-ҡыҙ - мәҙәниәт эшмәкәре”, “Ҡатын-ҡыҙ - лидер”, “Йәштәр хәрәкәте лидеры”, “Ҡатын-ҡыҙ - педагог”, “Ҡатын-ҡыҙ - ғалимә”, “Бизнес-леди” һәм башҡа - барлығы ун номинация буйынса еңеүселәрҙе бүләкләнеләр. Уларҙың бөтәһенә лә диплом, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ Лилиә Нафиҡова (Ғәйнуллина) ла бар. Әйткәндәй, ул 2018 йылда икенсе тапҡыр уҙғарылған конкурста ла, быйыл да “Өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре” номинацияһы буйынса еңеүселәрҙең береһе булды.
Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙы 1938 йылдың 10 мартында Учалы районының Мулдаш ауылында тыуған. 1961 йылда Мулдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлаған һәм Өфө медицина училищеһына уҡырға кергән.
1965 йылда училищены тамамлаған һәм районынбыҙҙа хеҙмәт юлын башлаған. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем тыуған ауылында фельдшер булып эшләгән. Хеҙмәт ветераны.
Йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, төрлө йылдарҙа комсомол ойошмаһы етәксеһе, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булған.
Тормош иптәше иртә вафат булғас, дүрт балаһын - ике улын һәм ике ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән. Балаларының һәр ҡайһыһының юғары белеме, яратҡан эштәре, үҙ ғаиләләре, бала-сағалары бар.
Лилиә Нафиҡова һуңғы йылдарҙа Өфөлә йәшәй, ейән-ейәнсерҙерен тәрбиәләшә. Баш ҡалалағы мәҙәниәт усаҡтарында эшләп килгән ижади төркөмдәргә - “Өфө хәтирәләре” фольклор ансамбленә, “Өләсәйҙәр һандығы” һәм “Селтәр” студияһына йөрөй. Һәр яңы тыуған көнгә шатанып, әүҙем тормош менән йәшәгән оло йәштәге яҡташтарыбыҙҙың береһе ул.
Читайте нас