Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
12 Марта 2021, 03:18

Ложкино ауылында түгел был бәлә!

Йылҡылар иҫән, ти.

Быйылғы яҙ үтә ҡырыҫ килә. Силәбе өлкәһенең Үрге Урал районында тибендә йөрөгән дүрт баш ат туңып үлеүе тураһында мәғлүмәт интернет селтәрендә киң таралды, аяныс фотолар ҙа ҡуйылды. Был хаҡта беҙ ҙә баҫып сығарҙыҡ, ҡыҙыҡ өсөн түгел – Учалылағы йылҡысыларҙы иҫкәртеү өсөн.
Шөкөр, тип әйтәйек, беҙҙең күршеләрҙең йылҡылары был тапҡырҙа бәләгә ҡалмауы һуңынан асыҡланды. Ошо хаҡта “Комсомольская правда” гәзитенең сәхифәһендә аныҡлыҡ индерелде. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, кемдер боҙ менән ҡапланған аттарҙың фотоһын әллә яңылыш, әллә алдап Ложкино ауылы янында, тип яҙып тарата. Ә Ложкинола ат йәнле кешеләр йәшәй икән, был хәбәрҙе бик ауыр ҡабул иттеләр.
Ысынбарлыҡта иһә Ҡаҙағстанда, Атырау өлкәһенең Индер районында (Яйыҡ буйында булһа ла, беҙҙән алыҫ, тип картанан ҡараныҡ) 300 тирәһе баш йылҡы көслө буранда асыҡ яланда ҡалған була, ныҡ өшөйҙәр (сығанаҡ -https://azh.kz/ru/news/view/74744).Урындағы властар оператив эш итеп, мал хужалары килеп етеп, йылҡылар туңып үлеүгә юл ҡуйылмаған, ти. Шөкөр, тип шатланырға ғына ҡала. Шулай ҙа, аҡман-тоҡман ваҡытында беребеҙ ҙә уяулыҡты юғалтмайыҡ!
Фото алынды -https://www.chel.kp.ru/online/news/4202911/
Читайте нас