Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
12 Марта 2021, 03:27

Республикала 6-сы урындабыҙ

Күрһәткестәр ҡәнәғәтләнерлек

Учалы районы депутаттары Советының ултырышы үтте. Район Советы рәйесе Руслан Ғайсин депутаттар эшмәкәрлеге тураһында отчет бирһә, район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов төбәгебеҙҙең 2020 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеше тураһында доклад яһаны, 2021 йылға бурыстар ҡуйҙы.
Район хәле тураһында докладты ҡыҫҡартылған рәүештә бирәбеҙ:
Алтынсы урындабыҙ
2020 йыл Учалы предприятиелары Һәммәһе 4,2 млрд һумлыҡ тауар етештерә, хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтә (2019 йылға ҡарата – 107,4 процент). Был күрһәткес буйынса район республикала 6-сы урын биләй.Капитал һалыуҙар (инвестициялар) буйынса ла Учалы районы Башҡортостанда алтынсы урында килә.
Килемдәр буйынса 2020 йыл консолидацияланған район бюджеты 2 миллиард 100 миллион һум тәшкил итә. Алдағы, 2019 йыл менән сағыштырғанда 3,7 процентҡа күберәк.
Ауыл хужалығы
Ауыл хужалығында һәммәһе 2 миллиард 600 миллион һум тирәһе тулайым продукция етештерелгән, 2019 йыл менән сағыштырғанда үҫеш 3 процент. Йыл ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан һөт етештереү 23 процентҡа арта, мал аҙығы менән тәьминәт 111 процент тәшкил итә.
2020 йыл ауыл хужалығы етештереүселәренә (45 хужалыҡҡа) 90 миллион һум тирәһе дәүләт ярҙамы күрһәтелә. 7 хужалыҡ ужым культураларына урындағы бюджеттан миллионышар һум тирәһе субсидия алып, ужым сәсеүлектәре майҙаны 20 процентҡа артты.
Ҙур проекттар
Ҙур проекттар тормошҡа ашырыла бара. “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” федераль программаһы сиктәрендә Учалы ауылын газ менән тәьмин итеүҙең 4-се этабы башланды, ошо уҡ ултыраҡта һыу үткәргес селтәр һалыу дауам итә. Республика адреслы программаһы буйынса Учалы ҡалаһының “Көньяҡ” микрорайонында ултыраҡ эсендә газ торбалары һалыу тамамланды. Подрядсы йөкләмәләрен үтәмәү сәбпле үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия корпусын төҙөү туҡтап торҙо. Яңы контракт Өфөнән “Геострой” йәмғиәте менән төҙөлә. Учалы ҡалаһында 1225 урынға полилингваль мәктәп төҙөү проекты хупланды.
2020 йыл милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә.
Төҙөкләндереү сфераһында – Учалы ҡалаһында Афғансылар скверы.
Мәғариф сфераһында – 4 балалар баҡсаһында 80 урынға ясле төркөмдәре булдырыу; 10-сы һәм Иманғол урта мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәләре” ойоштороу; Сәфәр мәктәбендә яңы уҡыу урындары булдырыу; Сәфәр һәм Рәсүл мәктәптәрендә көрәш залдары асыу; Ҡунаҡбай мәктәбендә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник базаны нығытыу.
Медицина сфераһында – компьютер томографы, башҡа заманса медицина ҡорамалдары ҡайтартыу; 7 модулле фельдшер-акушер пункттары төҙөү.
Мәҙәниәт һәм спорт сфераһында – “Таусы” стадионында ГТО нормаларын ҡабул итеү өсөн комплекс урынлаштырыу; Уральск ауылында сәнғәт мәктәбен музыка ҡоралдары менән тәьмин итеү.
Бәләкәй бизнес сфераһында - эшҡыуарлыҡ субъекттарына, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына субсидиялар биреү.
Эш хаҡтары күпме?
2020 йыл аҙағына Учалы районында 69 516 кеше иҫәпләнгән була. Ҙур һәм урта предприятиеларҙа 15 077 кеше хеҙмәт итә. Йыл аҙағына 1455 эшһеҙ теркәлһә, 2021 йылдың 1 мартына байтаҡҡа ( эшкә һәләтлеләрҙең 2,89 проценты) кәмегәндәр. Уртаса айлыҡ эш хаҡы айына 42 мең һум тәшкил иткән –республиканың 63 муниципалитеты араһында 6-сы күрһәткес.
2020 йыл 14 күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт башҡарылды. Капиталь ремонт программаһы буйынса 11 күп фатирлы йортта 28 подъезд төҙөкләндерелә. “Башҡорт ихатаһы” проекты буйынса 5 йорт алды биләмәләре яңыртылды.
Учалылар төрлө программа-проекттарҙа әүҙем ҡатнашалар. Былтыр 12 ауыл ултырағы һәм Учалы ҡалаһы Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү конкурсында еңеп сығалар.
20 километр оҙонлоҡта Учалы-Иманғол-Баҙарғол юлын һалыу тамамланды. Мулдаҡайҙа 3,9 километр ремонтлана, Оҙонгүлгә инеү юлы һалына башлай, Ахунда Ҡыйҙыш йылғаһы аша күпергә реконструкция үткәрелә. Учалы ҡалаһының Мәскәү, Рәсәй тыҡрыҡтарында, бер-нисә ауыл ултыраҡтарының автомобиль юлдары участкаларында ремонт башҡарыла.
Пандемия шарттарында
Һаулыҡ һаҡлау системаһына етди имтихан осоро булды. Коронавирус менән көрәш алып барыу өсөн үҙәк ҡала дауаханаһының акушер бүлексәһендә ковид-госпиталь, “Урал” санаторийында – провизор-госпиталь асырға тура килә. Яңы инфекцияға ҡаршы тороуҙан тыш, ОРВИ, дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәр һаны ҡырҡа артты. Ошондай шарттарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре штаты 49 кешегә артыуы, яңы ҡоролма-аппараттарҙы эшкә егеү ( компьютер томографы, 13 үпкәне елләтеү аппараттары, маммограф, 4 ультратауыш менән тикшереү аппараттары, цифралы рентген аппараты) маҡсатҡа ярашлы булды.
Падемия башланғас, мәктәптәрҙә блем биреү процесы дистанцион режиға күсерелә. Шуға ҡарамаҫтан, рус, инглиз телдәре, математика (база), йәмғиәт тураһында фән буйынса Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре элекккенән яҡшырған.
Мәктәп туҡландырыуын яҡшыртыу өсөн урындағы бюджет иҫәбенә 4 мәктәп ашханаһында һәм 7 аҙыҡ-түлек блоктарында капиталь ремонт башҡарыла.
Мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларының матди-техник базалары уғата нығытылды. Шул иҫәптән:
-“Мәҙәниәт” милли проекты буйынса Уральск сәнғәт мәктәбенә 3,6 млн һумға музыка ҡоралдары һәм йыһаздар ҡайтартыла;
- Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы буйынса Кирәбе мәҙәниәт йорто ремонтлана;
-“Реаль эштәр” программаһы сиктәрендә 23 ауыл клубтарына музыка аппаратураһы ҡайтартыла;
-“Башҡорт алтын табыу компанияһы” булышлығы менән Ильинка ауылында яңы клуб барлыҡҡа килә;
-Учалы ҡалаһының “Таусы” стадионында ГТО нормаларын ҡабул итеү өсөн комплекс урынлаштырыла;
-Учалы ҡалаһының “Көньяҡ” биҫтәһендә, Учалы ауылында, Илсеғолда универсаль спорт майҙансыҡтары булдырылды;
-Уральск мәҙәниәт йорто – “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте”, Үҙәк район китапханаһы – “Мәҙәни мөхит” федераль проекттарында еңеүгә өлгәштеләр һәм башҡа.
Күмәкләгән көс
-Районыбыҙ артабан да тотроҡло үҫешһен өсөн, барыбыҙҙың да күмәкләп көс һалыуы талап ителә, - тип билдәләй докладында район хакимиәте башлығы.
Быйыл айырыуса иғтибар талап иткән кампаниялар:
-2021 йыл - Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы, мөмкин тиклем күберәк кешене сәләмәт йәшәйешкә йәлеп итеү, үлем осраҡтарын кәметеү өҫтөндә эшләү зарур;
-Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу;
-РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау – активлыҡ, тәртиплелелек күрһәтеү талап ителә.
Хәл тотороҡло
Сессия эшендә БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Урал Нәсибуллин ҡатнашты. Урал Файзулла улы төбәгебеҙҙең үҫешен ыңғай ҡылыҡһырлай, сәнәғәт эшмәкәрлегенең, инвестиция проекттарының уңышлы алып барыуын билдәләне.
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин райондың төп предприятиеһының эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үтте. 2020 йыл таусылар 22,4 млрд һумлыҡ тауар продукцияһы етештерә, планға ҡарата 122 процент. Капиталь төҙөлөштәрҙә 4,1 млрд һум инвестиция үҙләштерелгән. Яңы-Учалы ятҡылығында 1,1 млн тонна мәғдән алына, рудник тулы ҡеүәтенә 2027 йыл сығасаҡ
Фотографияла - ҙур өмөттөр бағланған Яңы-Учалы руднигы. Фото УТБК-ның сәхифәһенән алынды.
Читайте нас