Яйыҡ
+17 °С
Дождь
Новости
13 Марта 2021, 03:25

Әҙерлек көсәйтелә

Яңы төр станция булдырылды

Учалы район-ара прокуратураһы күрһәтмәһе буйынса БР Урман хужалығы министрлығы тарафынан Учалыла 2-се типтағы урман янғындары һүндереү станцияһы булдырылды, өҫтәмә рәүештә урман янғындарын һүндереү өсөн техник саралар бүленде, вакант торған дәүләт урман инспекторҙары вазифалары комплектлана.
2020 йылдың йәйге осоронда Учалы районында 1438,5 гектарҙа 32 урман янғыны теркәлеү сәбәпле ( республикала 3762 гектарҙа 165 осраҡ) район-ара прокуратура тикшереү үткәрҙе. Урман хужалығы министрлығы күргән саралар Учалы районында сыҡҡан урман янғындарын ваҡытында һүндереү өсөн етерлек түгел икәнлеге асыҡлана. Ҙур майҙандарҙа урман янғындары таралыуға урман янғындары һүндереү техникаһы етмәү, урман янғындарын һүндереү станцияһында вазифалар буш ҡалыуы булышлыҡ итә.
Учалы район-ара прокуратураһы БР Урман хужалығы министрлығына биргән күрһәтмәне ҡарау һөҙөмтәһендә Учалы районы биләмәләрендә 2-се типтағы урман янғындары һүндереү станцияһы булдырылды, штат 3-тән 8 хеҙмәткәргә тиклем киңәйтелде, быға тиклем булған 5 дана янғын һүндереү техникаһына өҫтәп, трактор, 2 автомобиль, 2 насос бирелә.
БР биләмәләрендә 2021 йыл урман янғындарына ҡаршы көрәш планы сиктәрендә апрель-май айҙарында БР Урман хужалығы министрлығы Учалы лесничествоһында урман участкаларын ҡуртымға алыусылар менән урман янғындарын һүндереүгә көс һәм саралар йәлеп итеү тураһында килешеүҙәр төҙөйәсәк. Янғын йәһәтенән хәүефле осор башланғанға тиклем 5 вакант дәүләт урман инспекторҙары вазифаларын комплектлау планлаштырылды, уларҙың бурыстары –урмандарҙа янғын ҡурҡынысына мониторинг (күҙәтеү) алып барыу, үҙ ваҡытында техника, көс һәм тейешле сараларҙың әҙерлеген тәьмин итеү.
Тикшереү барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү контролгә ҡуйылды.
Илдар Ғилманов, Учалы район-ара прокуроры
Читайте нас