Яйыҡ
+9 °С
Ясно
Новости
14 Марта 2021, 08:20

Кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ!

Хуэабикәләр, түбәндәге кәңәштәрҙе инҡар итмәгеҙ.

Ағас таҡтала һуған еҫе оҙаҡ һаҡлана. Шуға ла был йәшелсәне пластмасса таҡтала турарға кәрәк.
Һуғанды янып ятҡан мейес, эшләп торған газ плитаһы янында тураһағыҙ, күҙҙәрегеҙ йәшләнмәҫ.
Ризыҡ әҙерләгәндә икегә ҡырҡылған һуған артып ҡалһа, ҡырҡылған урынға тоҙ һибегеҙ ҙә, һауытҡа һалып ҡуйығыҙ. Һыуыт­ҡыста ҡапҡаслы һауытта һаҡлағыҙ.
Урталай ҡырҡылған һуғандың яртыһы менән бысаҡтың тутын таҙартырға мөмкин.
Әгәр тымау тейһә, һуғанды ҡырғыста ҡырып, һутын һығығыҙ һәм аҙ ғына һыу ҡушып, мамыҡты сылатып, танау ҡыуышлыҡтарына ҡу­йығыҙ.
Фото - яндекс.дзен
Читайте нас