Яйыҡ
+26 °С
Ясно
Новости
14 Марта 2021, 07:45

Мобиль пункт булдырыла

Иртәгә, йәғни 15 мартта, Өфөлә ковидҡа ҡаршы вакцинацияның мобиль пункты асыла.

Иртәгә, йәғни 15 мартта, Өфөлә ковидҡа ҡаршы вакцинацияның мобиль пункты асыла. Теләгән һәр кем барып прививка алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Мобиль пункт Башҡорт опера һәм балет театрында урынлашасаҡ. Алдан яҙылыу талап ителмәй, теләүселәр сиратҡа баҫып вакцина ҡуйҙыртасаҡ. Был пункт 15.00-20.00 сәғәттәрҙә эшләйәсәк.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас