Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
15 Марта 2021, 03:12

Һайлауҙар, уйланыуҙар.

Фәнил Нил улына рәхмәт!

  • Һайлауҙар, уйланыуҙар.

    Бүләков Фәнил Нил улының Өфөгә икенсе эшкә күсеүе сәбәпле, Учалы башҡорттары Ҡоролтайына яңы рәйес һайлау кәрәк булды. Шул маҡсатта һөйләшеп, урынын, ваҡытын килешеп, ҡоролтай ағзалары йыйылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетынан да бер-нисә кеше килеп еттек. Йыйылышты ҡалыпҡа һалынған тәртип буйынса тауыш-тынһыҙ, шыма ғына үткәреп ебәрергә лә мөмкин. Әммә, шулай дөрөҫ булырмы?.. Тәк, бына быныһы ҡыҙыҡ, хәҙер тәнҡит башлана, эттән алып эткә һалып һүгәбеҙ, тип ең һыҙғанып тороусыларҙы ла туҡтатырға мәжбүрмен. Һуғыш талашҡа бармай, бер формаль рәүешкә лә төшөрмәй, ниндәйҙер яҡшы фекер туплап, рух яңыртыу сараһы итергә ине. Шул ниәттән уйланыуҙарым менән уртаҡлашмаҡсымын. Беренсенән, Фәнил Нил улына рәхмәтемде еткерәм. Ахмаҡтың күрер өсөн ахмаҡлығын, башы етә хатта ахмаҡтың. Аҡыллының күрер өсөн аҡылын, кәрәк икән күп көс һәм аҡылың, тиҙәр. Ысынлап та: «Һәй, бер нәмә лә эшләмәне ул»,- тип әйтергә күп баш кәрәкмәй (барыһы тураһында ла шулай әйтергә күнегеп үк киттек хәҙер). Дөрөҫлөктә, ошо ҡатмарлы осорҙа, урындағы ҡоролтай тарафынан күп файҙалы эштәр башҡарылған. Былар хаҡында сығыш яһаусыларҙың телмәрендә әйтеп үтелде, Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы ла Учалы ҡоролтайы эшенә юғары баһа бирҙе. Ҡатын-ҡыҙҙың өйҙәге, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй торған эше күҙгә салынып бармаған шикелле, ҡоролтайҙың да ваҡ, иғтибарға алынмаған эше бик күп. Ни өсөн ҡатмарлы осормо? Бер яҡтан, һарыҡ туны кейгән бүреләрҙең, йәғни, матди байлыҡҡа табынып, үҙ кеҫәләрен генә хәстәрләүсе ҡомһоҙ әҙәмдәрҙең, матур һүҙ артына ышыҡланып, буш вәғәҙәләр менән күҙебеҙҙе томалап, тәбиғәтебеҙҙе, еребеҙҙе таларға ҡанығыуы йышайҙы. Ә икенсе яҡтан – шул еребеҙҙе һаҡлайбыҙ тип, аҡты ҡаранан айырмай, һәр эшкә аяҡ сала башлауыбыҙ, әҙәп, төшөнсәһен онотоп, йөҙ йыртыуҙарға барып етеүебеҙ көсәйҙе. Ихтирам бөттө. Борондан килгән ошо хҡиҡәтте лә онотмаҫҡа кәрәк - ғүмерең өҫтөнә ерең, тупрағың, быуындан-быуынға күсеп килгән ғәзиз атайсалың булһын. Ватаның менән бергә милләт итеп туплаусы Әсә-телебеҙ йәшәһен. Телебеҙ генә түгел, иманыбыҙҙы сағылдырыусы, был ерҙә йәшәүгә хоҡуҡ биреүсе күңел матурлығы-әҙәбебеҙ юғалмаһын. Киләсәгебеҙҙе хәстәрләүсе ғилемгә ынтылыш, хеҙмәт тәрбиәһе һүрелмәһен. Ошо хәҡиҡәтте яҡшы аңлап, ил ағаһы булырҙай шәхес, бөгөн үк батыр итеп күрһәткән ғәмәлдәр менән генә сикләнмәй, мауыҡмай, күңелһеҙ тойолған, оҙаҡ йылдарҙан һуң ғына татлы емешен бирә торған, әммә һис өҙлөкһөҙ алып барылырға тейешле бөйөк ғәмәлдәргә йүнәлеш тота. Фәнил Нил улы ла, минеңсә, ошондай талаптарға нигеҙләнеп эш итте. Әммә, беҙ үҙ-үҙебеҙҙән риза булып, бер-беребеҙгә маҡтау йырлап ҡына ла ултыра алмайбыҙ. Заман көн һайын яңы талаптар ҡуя, бөгөн хәл ителмәгән мәсьәләләр иртәгеһе көнгә унға тапҡырлана. Шуға күрә, аҡыл һәм әҙәпте лә, шул уҡ ваҡытта, тиҙлекте һәм тәүәккәллекте лә юғалтырға ярамай. Фәнил Нил улы Өфөгә күскәс тә Учалы менән бәйләнешен өҙмәҫ, элеккесә халҡыбыҙға, Учалы башҡорттарына хеҙмәт итер, ә яңы етәксе ҡоролтай эшенә яңы һулыш өрөр, яңы бер көс өҫтәр, тип өмөтләнәм һәм уға уңыштар теләйем. Ҡотлайым, тиһәм, дөрөҫ аңлашылмаҫҡа мөмкин, ҙур аҡса, йылы урын бирелгән һымаҡ тойолор. Ысынында иһә, ҡоролтайҙа эшләгән өсөн бер тин аҡса түләнмәй. Киреһенсә, үҙ малыңды сығарып, ҡәҙерле ваҡытыңды сарыф итеп халыҡ менән осрашыуҙарға йөрөргә, төп эшеңә лә зыян килтермәҫ өсөн ат урынына егелеп хеҙмәт итергә тура килә. Халыҡ мәнфәғәтен яҡлағас, кем менәндер конфликтҡа инәһең, йыш ҡына дәүләт етәкселәре менән дә һүҙгә килешергә тура килә. Нисек кенә эшләмә, халыҡ та ҡыҙыу утҡа баҫтырып ҡына торасаҡ. Уның нәмәһен йәшерәһең, ышаныс юғалған бит инде, хәҙер кеше етәкселеккә шикләнеп ҡарай, йә киреһен генә күрә. Шуға күрә, донъяуи күҙлектән ҡарағанда, ҡоролтайҙа эшләүҙең ҡыҙыҡтырырлыҡ бер нәмәһе лә юҡ уның. Шәхси файҙа эҙләмәй, изге маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ынтылған, аҡылы эмоцияларҙан өҫтөн, рухы ҡоростай ныҡ булған кешеләр килергә тейеш ҡоролтайға. Тейеш тә тейеш, матур, дөйөм һүҙҙәр генә
  • әйтелде бит әле, тиерһегеҙ, шулаймы? Бәлки, әммә аңлаған кешегә был һүҙҙәрҙә лә хикмәт бар. Фекер алышыуыбыҙҙы әлегә ошонан башлап ебәрергә лә, киләсәктә конкрет эштәр, пландар тураһында ла һөйләшеп торһаҡ инек.
  • Морат Лоҡманов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы.
  • Фотография район хакимиәте сәхифәһенән.
  • Читайте нас