Яйыҡ
+10 °С
Дождь
Новости
15 Марта 2021, 05:08

Шартлатмағыҙ тауҙарҙы!

Яҡташыбыҙҙың мәғәнәле шиғыры

Шартлатмағыҙ тауҙарҙы!

Һеҙ тауҙарҙы шартлатмағыҙ,
Булмағыҙ һис тейәһе!
Һәр йәй һайын шул тауҙарҙың
Бешә еләк, сейәһе!
Һандуғастары сутылдай,
Йылғалар ағып тора.
Ышанмаһаң, ана, Сәфәр,
Мансур халҡынан һора!
Көнөн - төнөн алтын эҙләп,
Шартлатмағыҙ тауҙарҙы.
Аҡ ҡайынлы сауҡалыҡты, -
Әйтегеҙ, кем ауҙарҙы?!
Зинһар ерҙе аҡтармағыҙ,
Борҡотмағыҙ саң - туҙан.
Тыуып - үҫкән гәзиз ерҙе
Йәлләп, мин илап уҙам...
Зинһар ағыу һиптермәгеҙ,
Кибеп бөтөр йылғалар.
Ағыулы үләнде ашап,
Харап булыр юрғалар.
Ҡош - йәнлектәр ташлап ҡасыр
Беҙҙең матур төбәкте.
Улар өсөн көйөп - янам,
Ярһытмағыҙ йөрәкте!
Ирәндегем, күк тауыма,
Булмағыҙ һис тейәһе.
Һиҙәм, бер көн асыуланып, -
Уяныр тау эйәһе!
Тау шартлатып, алтын эҙләү,
Миңә ҡалһа - бирәнлек.
Беҙҙе мәңге ғәфү итмәҫ, -
Йылға, урман, Ирәндек!
Тауҙарымды шартлатмағыҙ,
Булмағыҙ һис тейәһе!
...Гөрләп үҫһен ҡайындары, -
Бешһен еләк - сейәһе!

авторы Рафия Хуснуллина. https://vk.com/id612735061
Читайте нас