Яйыҡ
+31 °С
Ясна
Новости
16 Март 2021, 09:30

Һағынып иҫкә алырға ғына ҡала

Замана ҡатын-ҡыҙҙарына ҡарап һоҡланам да, Советтар Союзы ваҡыты ҡатын-ҡыҙҙарына иҫем китә. Сағыштыра башлаһаң - айырма ер менән күк араһы. Хәҙер ни, бала таптыңмы - аҡсаһын ал да әйҙә, әпәй-сөпәй итеп кенә өйҙә ят. Икенсеһен таптыңмы - Әсәлек капиталын кеҫәңә һал да, тағы өйҙә ятыуыңды бел. Стажы ла китеп бара бит инде.

Замана ҡатын-ҡыҙҙарына ҡарап һоҡланам да, Советтар Союзы ваҡыты ҡатын-ҡыҙҙарына иҫем китә. Сағыштыра башлаһаң - айырма ер менән күк араһы. Хәҙер ни, бала таптыңмы - аҡсаһын ал да әйҙә, әпәй-сөпәй итеп кенә өйҙә ят. Икенсеһен таптыңмы - Әсәлек капиталын кеҫәңә һал да, тағы өйҙә ятыуыңды бел. Стажы ла китеп бара бит инде.
Ә беҙҙең әсәйҙәр? Мин уларҙың һәр береһенә "Герой Әсә" исемен бирер инем. Эйе-эйе! Ниндәй декрет отпускыһы ти ул? Бер-нисә көндән эшкә ҡыуа башлағандар уларҙы. Ә шулай ҙа һуҡранмағандар, бишешәр, алтышар, хатта унышар бала тапҡандар. Бына улар ысын "Герой Әсәләр"!
Беҙ ҙә әсәй ҡанаты аҫтында алты бәпкә үҫтек. Йырҙа йырланғанса "...икәләй, гел һөйә ине" тип әйтә алмайым. Сөнки әсәйемдең беҙҙе һөйөп кенә, иркәләп кенә, тупылдатып яратып ултырырға һис ваҡыты булмағандыр инде. Иртә менән тороуға өйҙә тәмле икмәк еҫе сыға, зырылдатып сепаратор ҡаймаҡ айыра, сәй ҡайнап ултыра. Өй эсе ялтлап тора. Әллә әсәй бер ҡасан да йоҡламай инде, тип уйлай торғайным мин.
Эйе, ысын "Герой Әсәй"ҙәр шулай булалыр ул. Колхоз эшен дә теттереп алып барғандар, донъяһын да типтереп көткәндәр, балаларын да ас-яланғас итмәгәндәр. Ҡош-ҡортон тәрбиәләгәндәр, ҡура тултырып мал-тыуар аҫрағандар, баҡса-баҡса бәрәңгеһен утап-алғандар, бесәндә лә бер ҙә ир-аттан ҡалышмағандар.
Бесән тигәндән, әсәйемдең "Бесәнсе Рәксимә" тигән ҡушаматы ла булған. "Көнөнә 40-50-60 сутый ер саба инем", - тип һөйләп ала торғайны. Арып-талып ҡайтҡас, ниндәй ял ти ул? Һыйырын һауаһы бар, һөтөн айыртырға, керен йыуырға, иртәнгелеккә ашарға бешерергә. Ғөмүмән, иртүк эшкә киткәнсе шул уҡ тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ауыл эше.
Ысынлап та, Герой булған беҙҙең әсәйҙәр. Беҙгә инде шуны аңлап, ғорурланырға һәм ... һағынып иҫкә алырға ғына ҡала.
Марат СӘҒИТОВ.
Рысай ауылы.
Читайте нас