Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
16 Марта 2021, 09:20

Беҙҙә эшһеҙлек кимәле артҡан

Коронавирус илебеҙҙең хеҙмәт баҙарына етди баҫым яһаны.

Коронавирус пандемияһына бәйле кризис Рәсәйҙәге хеҙмәт баҙарына етди баҫым яһаны. Башҡортостан эшһеҙлек кимәле буйынса төбәктәр рейтингында 36-сы урында.
2020 йылдың ноябре – 2021 йылдың ғинуары йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәренең күпселегендә эшһеҙлек кимәле артып, илдә 5,9% тәшкил итте, был иһә бер йыл элеккегә ҡарағанда 1,3 пунктҡа юғарыраҡ.
Ямал-Ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтарында хәл яҡшы. Ингушетияла, Чечняла һәм Тывала эшһеҙлек күрһәткесе бик юғары.
"Башинформ"
Фото: m.polit.ru
Читайте нас