Хәтерегеҙҙә булһа, декабрь айында, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында Учалы мәғлүмәт үҙәге “Гәзиттәргә яҙҙырыу оҫтаһы” (“Мастер подписки”) конкурсы иғлан иткән ине.
2020 йылдың 1-31 декабрендә “Яйыҡ” һәм “Учалинская газета” гәзиттәренә иң яҡшы подписка ойошторған почтальондар билдәләнәсәк, тип вәғәҙәләгән инек. Һәм бына, ниһайәт, бүләктәр таратыр мәл дә етте.
1-се урын алыусыларҙы - 2,5 мең, 2-се урын алыусыларҙы - 1,5 мең, “бронза” миҙалға лайыҡтарҙы - берәр мең һум премия менән дәртләндерергә ниәт иттек.
Шулай итеп, беренсе урынға Ҡорама ауылы почтальоны Мәүжидә Ғайсина лайыҡ булды. Ул яҡташтарын 33 дана "Яйыҡ" һәм 14 дана "Учалинская газета" баҫмаларына яҙҙыртҡан. Икенсе урында - Миндәк ҡасабаһы почтальоны Динә Ғәлимова. Ул 9 дана "Яйыҡ" яҙҙырһа, өсөнсө урында Лилиә Ғайназарова (Учалы почтамты). Әйткәндәй, Лилиә Мәүжидә Һиҙиәт ҡыҙының оло ҡыҙы. Атаһынан күргән - уҡ юнған, әсәһенән күргән - тун бескән, тигәндәй, әсәһе кеүек үк почтальон һөнәрен һайлаған.
-Почтальон эше еңел түгел инде ул. Бер ҡулда гәзит-журнал тулы сумка, икенсеһендә тәү көнкүреш тауарҙары тулы моҡсай. Шулай уҡ оло йәштәгеләрҙең, сығып йөрөй алмаусыларҙың ут, газ, элемтә өсөн квитанцияларын алып килеп, түләп, килтереп тә бирәбеҙ, кредиттарын да түләйбеҙ, - тип бәйән итте Динә Фуат ҡыҙы.
-Беҙҙең ауылдарҙа уҡырға яратҡан кешеләр йәшәй. Күпселеге гәзит-журналдарға өҫтөнлөк бирә. Алдырам тигән кеше хаҡына ҡарап тормай. Теләмәүселәр генә мең төрлө сәбәп таба. Күп йылдар рәттән үҙәк, республика баҫмаларынан айырылмаған йорттар бар. Йыл һайын күпләп гәзит-журнал алдырған ауылдаштарым почта хеҙмәтенең абруйын арттыра, - ти Мәүжидә ханым. - Кәрим ауылынан Анфиса Дәүләтбаева, Мәүсилә Сиражетдинова, Фәймә Хәкимова, Римма Хажиева, Мәүлиҙә Мәсәлимова, Гөлирә Фәхретдинова, Әҡилә Йәшелбаева, Рәйфә Исхаковалар, Ҡораманан Фая Мостафина, Талиба Дәүләтшина, Гөлназ һәм Фәрхәнә Ҡәйүповалар, Зилиә Әхмәҙиева, Разия Машакаевалар йорттарына кәмендә 5-6 дана ваҡытлы матбуғат ташыйым. Уҡырға яратҡан, донъя, район яңылыҡтары менән хәбәрҙар булырға теләп, күп итеп гәзиттәр алдырған ауылдаштарым булғанда, беҙҙең эш тә ыңғай барыр, тигән ышаныста ҡала ул.
Ҡорама ауылында йәшәүсе Мәүжидә Һиҙиәт ҡыҙы бына инде 23 йылдан ашыу Кәрим, Ҡорама ауылдарына, Алтынташ, Ҡорама станцияларына юлын һыуындырмай, гәзиттәрҙе барып алыу, йәһәтләп таратыу өсөн йәйәү йөрөүҙе бер ҙә ҡыйын күрмәй.
-Ямғырҙа, ҡар-буранда, йәйге селләлә йөкләнеп йөрөүе еңелдән түгел. Эш хаҡы ла түбән. Шулай ҙа үҙ эшемде тырышып башҡарам. Бынан тыш, кешеләр менән аралашып йәшәү ҙә күңелгә ҡәнәғәтлек бирә. Теге йәки был кешене баҫмаға яҙылыуға күндерһәң, үҙең дә дәртләнеп китәһең, - ти почтальон.
"Учалинская газета" баҫмаһы ла үҙ оҫталарын аҡсалата приздар менән дәртләндерҙе.