Яйыҡ
+13 °С
Облачно
Новости
16 Марта 2021, 09:05

Илдар Абдразаҡов юғары исемгә лайыҡ

Опера йырсыһы Илдар Абдразаҡовҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» исеме бирелде.

Опера йырсыһы, Елена Образцованың Халыҡ-ара музыка академияһының художество етәксеһе Илдар Абдразаҡовҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» исеме бирелде.
Владимир Путин ҡул ҡуйған тейешле указ дүшәмбе, 15 мартта, рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Данлыҡлы яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡовтың Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәре лә бар.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/bash/1569445/?sphrase_id=16392578
Фото: likes.ru
Читайте нас